Бер кем дә онотолорға тейеш түгел

Бер кем дә онотолорға тейеш түгел 30.04.2015

Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан  төбәктәрҙә мемориаль комплекстар асыу, булғандарын тергеҙеү, тәрбиәләү эше әүҙемләште. Бөгөн баш ҡаланың Орджоникидзе районына ҡараған Тимашев ҡасабаһында ла обелиск асылды. Урындағы халыҡ өсөн сара айырыуса әһәмиәтле. Сөнки  75 улын һуғышҡа оҙатҡан ауылда мемориал бөтөнләй булмаған.

Сәстәренә сал ҡунған геройҙар, хәҙер инде быуындарында көс булмауына ҡарамаҫтан, гимн яңғырағанда ултырып сыҙай алмай. Ватан улар өсөн изге төшөнсә. Юҡҡа ғына түгел, ветерандар илде фашистарҙан азат итеү өсөн йәндәрен аямаған. Еңеү хаҡын уларҙан яҡшыраҡ аңлаусы юҡтыр.
Утлы-ғәрәсәтле йылдар фронтовик Илгизәр Хәйеровтың бөгөнгөләй күҙ алдында. Хәрби бәрелештәрҙә ул ике тапҡыр яралана. Шулай уҡ Илгизәр Ғариф улы Тимашев ҡасабаһының нисек булыуын, ниндәй үҙгәрештәр кисергәнен дә яҡшы хәтерләй.
40-сы йылдарҙа 50-ләп кенә йорт булған Тимашев ҡасабаһынан фронтҡа 75 кеше китә. Уларҙың 30-ға яҡыны яу яланында башын һала. Шуға ҡарамаҫтан бында бөгөнгәсә  уларҙың ҡаһарманлығын һынландырыусы мемориал булмай. Башланғысты тәүбашлап урындағы халыҡ күтәреп сыға. Уларҙың теләген ҡала советы депутаттары ишетә. Уртаҡ эшмәкәрлектең һөҙөмтәһен урындағы халыҡ шатланып ҡабул итте.
Мемориаль комплекс үҙәгендә стела урынлашҡан. Ике яҡ ситендә  
Совет армияһы ҡулланған пушкалар. Хәтер стелаһын асыу хөрмәте ҡасабала йәшәүсе ветеран Мәғәфүр Нагаевҡа тапшырылды. Ҡыҙғанысҡа, Тимашевта унан башҡа һуғыш ветерандары ҡалмаған.
Әлбиттә, байрамға килеүселәр һалдат бутҡаһынан да ауыҙ итте, һуғыш һәм көндәлек тематикаға арналған концерт  ҡараны.  Ватан һаҡсыларын данлаусы мемориал асылыу тантанаһы олоһона ла, кесеһенә Еңеү, ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәне.
Бөгөнгө байрамдың тағы бер сағыу биҙәге-ошо бронетранспортер. Ул махсус рәүештә Салауат ҡалаһынан килтерелгән. Ҡеүәтле машина урындағы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уны шунда уҡ бала-саға һырып та алды. Тик хәрби көстәрҙең транспорт сараһы бында оҙаҡ ҡалмаясаҡ, бөгөн үк ул Салауат ҡалаһының автомәктәбенә әйәләнеп ҡайтырға тейеш.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика