Бер кем дә онотолмаған 08.05.2017

«Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналының сираттағы халыҡсан акцияһы шулай тип атала. Ижади коллектив Орел өлкәһендә урынлашҡан туғандар ҡәберлектәрендә ерләгән Башҡортостан яугирҙарына изге аманат - бер ус туған ер  тупрағы  илтеп, мәрхүмдәр рухына доға ҡылыуҙы бурыс итеп ҡуйҙы. Бөгөн улар Орел ҡалаһына барып етте.

Салауат районы Мәсетле ауылынан Көнһылыу Ҡазыханова Орел өлкәһе Воронов ауылындағы туғандар ҡәберлегенә бер ус ҡара тупраҡ оҙатыу маҡсатында Өфөгә килгән. Был төбәктә барған ҡанлы бәрелештәрҙә уның туғаны башын һалған.
Белорет районынан Наил Хәмзин  олатаһы Байназар Хәмзин һәләк булған урындарҙы күреү, уның батырлығы алдында баш эйеү өсөн радио хеҙмәткәрҙәре менән бергә Орел өлкәһенә юлланды.
Орел өлкәһе Колпна районында 1943 йылдың ҡышында фашистар менән ҡаты бәрелештәр була. 12 февралдә район дошмандарҙан тулыһынса азат ителә. Советтар Союзының төрлө төбәктәренән 10 меңдән ашыу һалдат башын һала. Колпнала 42 туғандар ҡәберлеге бар. Унда Башҡортостан яугирҙары ла ерләнгән. Башҡортостан «Юлдаш» телевидениеһында «Йома», ә «Юлдаш» радиоһында «Иман» тапшырыуҙарын алып барыусы Морат Лоҡманов мәрхүмдәр рухына доға ҡыласаҡ.
Сәфәр сығыусыларға хәйерле юл теләп ҡалыусылар араһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова ла булды. Уның фекеренсә, донъяны фашизмдан азат иткән быуындың тиңһеҙ батырлығын мәңгеләштереү өсөн барыһы ла ҡулдан килгәнсе көс һалырға тейеш.
Бөгөн республика вәкилдәре Орел ҡалаһына барып етте. Иртәгә Башҡортостандан изге аманатты илтеүсе яҡташтарыбыҙ был төбәктә  үтәсәк Еңеү байрамы сараларында ҡатнаша.
Илебеҙҙә Бөйөк ватан һуғышы ҡағылмаған ғаилә юҡ. Яуҙа алынған яралар саҡ төҙәлә, һыҙланыуҙар баҫылған кеүек тойола. Түгелгән ҡан бушға китмәһен, ҡәһәрле һуғыш ҡабатланмаһын өсөн, йәш быуын тарихты белеп үҫергә тейеш. «Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналының акцияһы ла  ла ата-бабаларыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы онотолмаһын һәм онотторолмаһын өсөн ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика