Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай 24.06.2016

Бөгөн "Дөйөм Рәсәй" халыҡ фронты Башҡортостан Хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре менән бергә баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге туғандар ҡәберлегендә булды.

Тимер, һыу юлы аша сыҡҡандан һуң, ҡара урман буйлап тағы ла йәйәү атларға тура килде. Юл юҡ, һуҡмаҡ ҡына һалынған. Нисә саҡрым үткәнебеҙ ҙә билдәһеҙ. Бара торғас эҙләгән урынға юлыҡтыҡ.

Халыҡта телдән телгә йөрөгән, социаль селтәрҙә һөйләнгән туғандар ҡәберлеге табылды. Улар бер-нисә урында Хәрби оборона тарафынан тимер рәшәткә менән дә билдәләнеп ҡуйылған. Күпме кеше, нисә һалдат ерләнгәне мәғлүм түгел. Өҫтәүенә, бында ғөмүмән, зыярат барлығы рәсми теркәлмәгән. Шуға ла алдағы көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһының хәрби медицина архивында өйрәнеү талап ителә.

Халыҡ телендә "Курочкина гора" тип исемләнгән урын әле үтеп сыҡҡыһыҙ урманды хәтерләтә. Ә һуғыш йылдарында был ерҙә бер ниндәй ағас-ҡыуаҡлыҡтар булмаған. Улар уҙған быуаттың 50-се йылдарында ултырылған. Ваҡыт үтеүгә үҫентеләр эргә-тирәне баҫып алып, урындағы ауыл зыяраты, билдәһеҙ һалдаттар ҡәберлеге менән бергә эҙһеҙ юғала. Хәҙер "Курочкина гора" ла туғандар ҡәберлегенең барлығын белгән кеше юҡ тип әйтерлек. Сөнки уны былай ғына табып та булмай. Шуға ла зыярат ҡылыусылар ҙа, килеп ураған кешеләр ҙә һирәк.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт һыҙығында яраланған һалдаттар Өфө хәрби госпиталдәрендә дауаланған. Ҡайтҡан саҡта вагонда, йә дауаханала һәләк булғандар тап ошо урында ерләнгән булған. Уларҙың береһе лә исем-шәрифе менән ерләнмәгән. Ҡайһы бер урындарҙа ерҙең убылып төшөүенән генә ҡәберлек икәнлеген аңларға мөмкин.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 124 меңдән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған тиелә. Шуларҙың ун меңе төрлө экспедиция, эҙәрмәндәр отряды тарафынан исем-шәрифе тыуған яҡтарына ҡайтарылды. Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге элекке, хәҙер инде ташландыҡ зыяраты ағас-ҡыуаҡлыҡтарға күмелгән. ,,Ҡыҙыл йондоҙ" менән билдәләнгән ҡәберлектәрҙең күпме икәнлеге билдәһеҙ.

Кем белә, бәлки, ҡара урман эсендәге туғандар ҡәберлегендә, ҡасандыр һуғыш фронтында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы башҡа ерҙәрҙә эҙләгәндә ул яҡында ғына яталыр? Был хаҡта беҙ тиҙҙән урында үтәсәк эҙәрмән отряды тикшереүе аша ғына белә алабыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика