Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған!

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған! 15.01.2016

Өфөлә йәшәүсе Венер Хисмәтуллин олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры  Хәтмулла Хисмәтуллиндың  ҡәберелеген тапҡан. Атайҙарының ҡайҙа ятып ҡалыуын балалары оҙаҡ йылдар асыҡларға тырышҡан,  әммә  һөҙөмтәһе булмаған. Ейәне Интернет аша олатаһының Волгоград өлкәһендәге Май ауылындағы һалдаттар ҡәберлегендә ерләнеүе тураһындағы архив документтарына юлыға һәм Бөйөк Еңеү байрамында унда барып ҡайта.

Нисәмә йылдар Зәлифә Ғәлимхан ҡыҙының тормош иптәше һуғыш яланында ятып ҡалған  атаһын эҙләгән.  Военкоматтарға ла  хат яҙып ҡарағандар, бер нисек тә яугирҙың  ҡайҙа ерләнеүен асыҡлай алмағандар. Зәлифә Хисмәтуллинаның  ире баҡыйлыҡҡа күскәс ярты йыл үтеүгә улдары Интернет аша олатаһының ҡайҙа ерләнгәне тураһында мәғлүмәткә юлыға. Ейәндәр тарих эҙҙәре һаҡлаған Волгоград өлкәһенә барып ҡайта.  
Хәтмулла Хисмәтуллин Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында тыуып үҫә. Һуғыш башланғанда урындағы МТС-ты етәкләй. Бронь бирелһә лә, үҙе теләп фронтҡа китә. 1943 йылдың 11 ғинуарында Сталинград эргәһендәге алыштарҙың береһендә һәләк була.
Венер Нәзиф улы олатаһы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе “Мемориал» сайты аша таба. Бында яугирҙарҙың  ҡайһы частә хеҙмәт иткәне, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа һәләк булыуы тураһында белергә мөмкин. Сайтҡа һалдаттарҙың  документтарының  күсермәләре лә һалынған. Проектта  миллиондан ашыу архив документ һәм 45 меңдән  ашыу  хәрби ерләү тураһында мәғлүмәт бар.
Ҡара ҡағыҙы буйынса Волгоград  өлкәһендә икәнлеген белә инек ти, Хисмәттуллиндар. Тап Май ауылы эргәһендәге һалдаттар ҡәберлегендә ятыуын асыҡларға Интернет ярҙам иткән. Тарихи урынға Хисмәтуллиндар йәйгеһен бара. Тәьҫораттар, әлбиттә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ.
Һуғыш һөрөмө ҡаплаған пәрҙә асылғандай булды, ти  улар.Ҡәберлеккә сәскә һалалар, ясин уҡыталар. Урында йәшәүселәр менән танышалар. Шанлы  һуғыш үткән ауылдарҙа йәшәүселәр  ул ваҡиғаларҙы һаман да кисәгеләй хәтерләй. Ҡанлы алыштарҙың шаһиты, туҡһан йәшлек ханымдың һөйләгәндәре уларҙы тетрәндерә.
Наилә Хисмәтуллина: «Бик тулҡынландырғыс булды. Һалдаттар ҡәберлегенә килеүебеҙҙе бер инәй ҡарап торған. Беҙҙең хистәрҙе уртаҡлашып үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләне. Яу ваҡытында ҡыҙыу алыш йылғаның әле бер, әле икенсе яғында барған. Беҙҙекеләр немецтарҙы артабан үткәрмәгән,  ныҡ торған.Ул мәхшәрҙе күргән инәй үҫмер генә булған, уның күҙ алдында әхирәтен фашист атып йыҡҡан да, бер ни булмағандай көлөп китеп барған».
Һалдаттың  биш балаһы  булған, шуныһы ҡыҙғаныс, уларҙың береһе лә атайҙарының ҡәберлеге табылыуын  белмәй иртә донъя ҡуйған. Хисмәтуллиндарҙың нәҫелен дауам итеүселәр уҡымышлы, һәр береһе тормошта үҙ урынынын тапҡан. Яу ҡырында ятып ҡалған Хәтмулла Хисмәтулла улының  егерменән ашыу ейәне бар. Быйыл бергәләп йыйылып улар Зәлифә Ғәлимхан  ҡыҙы менән тағы ла Волгоград өлкәһендәге һалдаттар ҡәберлегенә бармаҡсы. Олаталарының рухына бағышлап доға уҡытыу, киләһе көндәрҙең тыныс булыуын теләр өсөн...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика