Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай 18.10.2014

Бөгөн Өфөнөң 46-сы лицейында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Илдар Зариповҡа мемориаль таҡтаташ асылды.

Һалдат формаһындағы егеттең  фотоһүрәте, ҡыҫҡа ғына биография. Илдар Зариповтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән  таҡтаташ артында тотош бер быуындың фажиғәһе ята. Егет  афған һуғышында һәләк була. Илдар Зарипов әрмелә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә һәм хәрби бурысын үтәгәндә самолетта Каспий диңгеҙе өҫтөндә һәләк була. Фажиғәлә хәрби-транспорт авиацияһының 9 летчигының һәм 48 десантсының ғүмере өҙөлә. Тырыш, намыҫлы, яуаплы егет ине, бала саҡтан хәрби  кеше булырға хыялланды, тип хәтерләй Илдар Зариповты яҡындары.
Мемориаль таҡтаташ асыу ниәтен Башҡортостан десантсыларының «Ҡанатлы гваридия» ойошмаһы күтәреп сыҡҡан.  Тәүҙә  уны Илдар Зариповтың әсәһе йәшәгән йортҡа ҡуйырға уйлайҙар. Һуңынан белем усағына ҡуйырға хәл ителә. Сөнки  хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Илдар Зарипов бөгөнгө замандың геройы, йәштәр уларҙы белеп үҫергә тейеш.  Белем усағындағы музейҙа  20 йәшендә генә һәләк булған егет иҫтәлегенә мөйөш тә булдырылған. Бында Илдар Зариповтың шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәре һаҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика