Берәҙәк эттәрҙе яҡлайыҡ! 01.11.2014

Бөгөн Өфөлә 50-ләп кеше ошондай  лозунг менән митингҡа сыҡты. Улар  был үтенес менән республика етәксеһенә лә мөрәжәғәт итергә уйлай.  Хәбәр итеүебеҙсә,  ике аҙна элек баш ҡала ситендә 10 йәшлек малайҙың кәүҙәһе табылғайны. Уны берәҙәк эттәр талап үлтергән тигән фараздар булды. Күп ваҡыт та үтмәне, Өфөлә  хужаһыҙ эттәр приютының  етәксеһе Земфира Ғәлләмованың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы мәғлүм булды.

Митингҡа сығыусылар эттәрҙе яҡлауҙы талап итә. Барлығы 50-ләп кеше. Берәүҙәр ҡулына бәләкәй генә көсөк, икенселәр яңғырауыҡлы лозунгтар тотҡан. Улар фекеренсә, һуңғы арала Өфөлә эттәргә ҡаршы яу ҡупҡан.
Клара Васильева, йәнлектәрҙе яҡлау ойошмаһы волонтеры: «Һуңғы аралағы ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотоп, беҙ митингҡа сығырға булдыҡ. Республика Президентына эттәрҙе яҡлауҙы һорап мөрәжәғәт яҙырға, ҡултамғалар йыйырға уйлайбыҙ. Берәҙәк эттәр урамда йөрөргә тейеш түгел, әммә уларҙы юҡ итеүҙе ҡатилдарса атҡарырға ла ярамай, гуманлы булырға кәрәк».
Эттәрҙе өйөрө менән аулау Черниковкалағы фажиғәнән һуң башланды. Ике аҙна элек баш ҡала ситендә, Ушаков урамында 10 йәшлек малайҙың кәүҙәһе табылғайны. Фараз буйынса уны эттәр талаған. Эргә-тирәлә йәшәүселәр әйтеүенсә, ике йыл самаһы инде бында эттәр өйөрө менән  йөрөй. Һуңғараҡ хужаһыҙ хайуандар приютының хужаһы Земфира Ғәлләмованың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы мәғлүм булды. Коллегалар уның аҫылыныуына ышанмай, ҡурҡытыу-янауҙар булыуын иҫбатлай.
Евгения Готовец, «Изгелек» фонды ветеринары: «Социаль селтәрҙәрҙә күп янап яҙҙылар. Шуларҙың береһендә килеп туҡмайбыҙ тигән һүҙҙәр бар ине».
Волонтерҙар берәҙәк хайуандарҙы яҡлаған мәлдә Өфө урамдары буйлап 30 мең тирәһе хужаһыҙ эт йөрөй. Уларҙы аулау сикләнгән. Элек был эш менән Өфөләге махсус автохужалыҡ шөғөлләнһә, хәҙер эт яҡлаусыларҙың мөрәжәғәте буйынса Монополияға ҡаршы комитет тендерҙы туҡтатҡан. Эт йәнлеләр фекеренсә, хайуандарҙы үлтереүҙә ауыр адилин препарат ҡулланыла, хәҙер суд уны файҙаланыуҙы туҡтатҡан.
Ксения Шанаева, хайуандарға ярҙам итеү буйынса хәйриә фонды етәксеһе: «Күп илдәрҙә адилинды ҡулланыу тыйылған. Ә беҙҙә әлегә тиклем эттәрҙе ошо препарат меән ағыулайҙар. Бахыр хайуан яфа менән теге донъяға оҙатыла һәм беҙ нисек итеп цивилизациялы илдә йәшәйбеҙ тип әйтә алабыҙ».
Эт йәнле волонтерҙар Өфөлә берәҙәк хайуандар өсөн дәүләт приюты асыуҙы һорай. Шулай уҡ улар фекеренсә, эттәр унда ағыуланыр алдынан алты ай тотолорға тейеш. Сөнки был мәлдә хужа табылыуы бар. Учреждение асылмаған осраҡта шәхси приюттарға ярҙам итергә кәрәк. Ә ағыулау урынына стерилләштерергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика