Бер иретеп, берсә  йылытып торған миҙгелдәрҙә машинаның тәҙрәһен ябай һыу менән генә таҙартырмын тимә 23.11.2015

Шуға күрә туңмаҫһыуҙар был осорҙа һәр ерҙә лә һатыла. Водителдәр уны юл буйынан  да алып китергә әҙер. Әммә сифат һәм хәүефһеҙлек тураһында бөтөнләй онота.

Халыҡта туңмаҫ һыу тип йөрөтөлгән шыйыҡса үтемле тауар. Сөнки ҡыш көндәрендә автомобилгә ябай һыу ҡойоп алыҫ китеп булмай. Әммә күпселек осраҡта тәҙрә таҙартҡысты һатып һалыу рулетка уйынына әйләнә. Ни өсөн тигәндә, химик ҡатнашма кеше һаулығына кире йоғонто яһауы ихтимал.  Өфөлә йәшәүсе Наилә Фазлыева ла барлыҡ водителдәр кеүек юлға сығыр алдынан автомобиленә туңмай торған шыйыҡса ҡойорға күнеккән. Ләкин бының өсөн үкенгән осраҡтар ҙа  булды, ти, тәжрибәле водитель.
Һуңғы йылдарҙа туңмай торған шыйыҡсаны бөтә ерҙә лә һатып алырға мөмкин.  Әммә уларҙың кеше һаулығына нисек тәьҫир итеүен бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Шуның өсөн дә  Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре ағыулы шыйыҡса һатыусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш асты. Мәҫәлән, инспекторҙар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә законһыҙ эшмәкәрлек алып барған бер нисә йүнселде асыҡланы.
Сит илдән килгән был йүнсел Өфө эргәһендәге трассала ҡапҡылап алыу урыны асҡан. Ләкин уның эшмәкәрләге кешеләрҙе туҡландырыуға ғына ҡайтып ҡалмай икән шул. Өҫтәмә табыш алыу ниәте менән эшҡыуар кафе янында химик шыйыҡса һата башлаған. Әлбиттә, бының өсөн бер ниндәй ҙә лицензия ла, сертификат та юлламаған.
Баш ауыртыуы һәм әйләнеүе, иғтибарҙың кәмеүе,   хәлһеҙлек ағыуланыуҙың беренсе билдәләре. Шундай билдәләр барлыҡҡа килһә, белгестәр автомобилде туҡтатып, саф һауа һулап алырға, ә зарарлы шыйыҡсаны түгеү яғын хәстәрләргә ҡуша. Бер үк ваҡытта улар күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында туңмаҫ һыуҙы махсуслашҡан магазиндарҙа ғына һатып алырға кәңәш итә.
Беҙҙең тәбиғәт шарттарында туңмаҫ һыуҙы ярты йыл  самаһы ҡулланырға тура килә. Ә был арала һаулыҡҡа төҙәлмәҫлек зыян килеүе ихтимал. Шуға ла белгестәр шыйыҡсаны һатып алыусыларҙы  иғтибарлы булырға саҡыра. Һис юғында туңмаҫ һыуҙы һәр кем үҙе лә эшләй ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика