Бер быуатлыҡ ғүмер 26.06.2017

Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында йәшәүсе Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙы Ҡаразбаева йөҙ йәшен билдәләне. Бер быуат ғүмер кисергән хеҙмәт ветераны оло йәшендә лә термек,асыҡ зиһенле. Район хакимиәте башлығы хөрмәтле ағинәйҙе күркәм юбилейы менән тәбрикләп иҫтәлекле бүләк һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын тапшырҙы.

Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙы етемлекте бик иртә татый, һуңынан һуғыш осоро ауырлыҡтарын да башҡа тиҫтерҙәре кеүек үҙ иңендә күтәрә.
Уның бар ғүмере тырыш һәм намыҫлы хеҙмәттә үткән. Ғаиләһендә үҙе кеүек эшсән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡартайған көнөндә Шәрифә Ҡаразбаева балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре менән бәхетле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика