Бер быуатҡа тиң ғүмер 10.04.2015

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәшүрә Татлыбаева 100 йәшлек юбилейын билдәләне.  Юбилярҙы яҡындары ғына түгел, ил етәкселеге лә ҡотланы. Уға  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хаты тапшырылды.

Әлеге ваҡытта балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүсе Ғәшүрә  Татлыбаева һоҡланғыс ғүмер кисергән ил инәһе. Йәшләй етем ҡалған ҡыҙ тормоштоң әсе-сөсөһөн татып үҫә,  мөхәббәтен осратҡас, ғаилә ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер бирә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡыҙҙарының атаһы яуға китә. Йәш ҡатын ауылдаштары менән бергә Ғәшүрә Татлыбаева колхозда арымай-талмай бил бөгә,  Еңеү яҙы ла килеп етә. Тик ғаилә башлығы ғына яу ҡырҙарынан ҡайтып етә алмай, хәбәрһеҙ юғала. Яратҡан кешеләре уны ғүмер буйы көтә.
30 йылдан ашыу инде Ғәшүрә Татлыбаева  өлкән ҡыҙы  Зөләйха менән йәшәй. Күҙҙәре күрмәй башлағанға ла 20 йыл ваҡыт үткән. Шуға ҡарамаҫтан, хөрмәтле ветеран әле булһа яҡындарына терәк-таяныс булып йәшәй.
Йөҙйәшәр ҡатындың бөтә вариҫтары бергә йыйылған саҡтарҙа, өҫтәл артында урын да етмәй китә. Балалары әҙерләгән һыйҙарҙан өләсәй кеше һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә. Оҙаҡ йәшәүенең серен балалары әле булһа эҫе мунса төшөргә, йәшерәк сағында шифалы үләндәргә уранырға яратыуы менән аңлата. Ләкин төп сер йөҙйәшәрҙең рух ныҡлығында, тормош һикәлтәләрендә һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышаныуында,  кешеләргә изге мөнәсәбәттә булыуындалыр, моғайын.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика