Бер быуатҡа ике һуғыш

Бер быуатҡа ике һуғыш 28.07.2014

1914 һәм 1941 һандары Рәсәй һәм Совет халҡы тарихына онотолмаҫлыҡ итеп уйып яҙылған. Белоруссияны фашистарҙан азат итеүҙең 70 йыллығы Беренсе бөтә донъя һуғышының 100 йыллығы менән тап килде. Был халыҡтың ошо ике һуғыш тарихын да ҡәҙерләп өйрәнеүе хаҡында Белоруссия урмандарынан Ришат Мидияров репортажы.

300 йәшлек ошо имәндән айырмалы рәүештә, кеше ғүмере тарихты йөҙәр йыллап күҙәтә алмай. Белорус рәссамы Борис Щитович Вилейка ҡалаһы янындағы Забродье ауылына 40 йыл элек килеп төпләнгән. Шул мәлдән алып ул Беренсе бөтә донъя һуғышын ныҡлап өйрәнә. Борис Щитович, Рәссам, тарихсы, Беларусь Президенты премияһы лауреаты: «Әле беҙ «Һуғыш икәү, хәтер берәү» тигән Программа буйынса эшләйбеҙ. Ошо ике һуғышта ла Рәсәйҙең, артабан Советтар Союзының күп милләтле халҡы ҡатнашҡан. Тап ошо дуҫлыҡ ҡына беҙгә еңеү килтерә алған тип уйлайым мин». Америка политологы Джонн Кеннан әйтеүенсә,”донъяла ХХ быуатта булған барлыҡ ваҡиғалар ҙа Беренсе бөтә донъя һуғышынан сыҡҡан”. Президент Владимир Путин билдәләүенсә, «Беренсе бөтә донъя һуғышы тарихы сәйәси һәм идеологик сәбәптәр арҡаһында ныҡ ҡына онотолған». Революция алдынан ғына Белоруссияның Русское село янында Рәсәй яугирҙәре ерләнгән “16-сы зыярат”ты Борис Щитович эҙләп тапҡан. Рус армияһы, икенсе корпусының 29 пехота дивизияһы яугирҙәре ерләнгән «Лазарет зыяраты». Иң беренсе ҡәбергә мосолман кешеһенең ерләнеүе лә, Борис Борисович үрҙәрәк әйткән дуҫлыҡҡа ишара түгел микән? Борис Щитович Рәссам, тарихсы, Беларусь Президенты премияһы лауреаты: «Рәсәйҙең Император Армияһында төрлө дин кешеләре хеҙмәт иткән. Бында иң беренсе ҡәберҙә 110-сы Кама полкы яугире Әхмәҙулла Закиров ерләнгән. Шуныһы ғәжәп, христиан зыяратына башҡа конфессия кешеләрен ерләмәгәндәр. Әммә әлеге осраҡта хәрби дуҫлыҡ был кәртәләргә ҡарап тормаған». Беренсе бөтә донъя һуғышы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кем Белоруссиялағы Борисоглеб часовняһы музейында булырға тейештер. Бындағы һәр экспонат Рәсәйҙең 100 йыл элекке тормошон күҙалларға ярҙам итә. Белоруссия урмандары тигәндә, ғәҙәттә беҙ Бөйөк Ватан һуғышы, партизандарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Әммә урындағы тарихсы Александр Пресняков мәсьәләгә тарих төпкөлөнән ҡарай. Һуғыштар шул тиклем ҡаты булған, патрон гильзаларына иғтибар итмәйенсә, тик миналарҙы йыйып алыу менән генә сикләнгәндәр. Белорус кешеләре лә, йылғалар буйлап кәмәлә үтеүсе туристар ҙа тыныс холоҡло. Белорус ҡыҙы Валентина ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, беҙгә шишмә һыуы эсерә, үҙе иленең тарихын һөйләй. Бының сәбәбе лә ябайҙыр. Блокада кисергән Ленинград халҡы кеүек, Белорустар ҙа һуғыш бутҡаһын әҙ ашамаған. Һуғыштың ғына түгел. Ике һуғыштың.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку