Бер ай дауамында рухи таҙарынған диндарҙар бөгөн күңел күтәренкелеге менән мәсет-мәхәлләләргә юлланды

Бер ай дауамында рухи таҙарынған диндарҙар бөгөн күңел күтәренкелеге менән мәсет-мәхәлләләргә юлланды 17.07.2015

Бында улар тигеҙ сафтарға баҫып байрам намаҙы ҡыла, доғалар уҡый. Изге байрамға бәйле ғибәҙәттәрҙән Республиканың бер изге йорто ла ситтә ҡалманы. Кушнаренко ҡасабаһында үткән байрамда төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов тә ҡатнашты.

Кушнаренко ауылы мәсете диндарҙар өсөн ишектәрен 1999 йылда аса. Шунан бирле бынан халыҡ өҙөлмәй. Бөгөнгө байрамға ла халыҡ иртәнән үк йыйыла башланы. Күңелдәре пак һәм тыныс мосолмандарҙың. 20 сәғәткәсә эсеү һәм ашауҙан баш тартырға тура килһә лә изге эш еңел бирелде ти диндарҙар. Күптәре ауыҙ асыуҙан сәхәргә тиклем арауыҡты йоҡламайса ғибәҙәттә үткәргән.
Юл өҫтөндә торған мәсеткә Рөстәм Хәмитов та һуғылды. Диндарҙар менән доға ҡылып, төбәк башлығы иман йортонда йыйылған аҡһаҡалдар менән аралашты. Урындағы йәшәйеш, ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһынды.  Республика етәксеһе мәсет имамы менән дә әңгәмә ҡорҙо.
Ураҙа байрамының тәүге өлөшө - вәғәз, мәсет имамы Рамаҙан айының диндарҙар алдында асҡан мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Был изге айҙа Алла тәғәлә һәр яҡшы ғәмәл өсөн күп тапҡырҙар арттырып сауап бирә. Ә инде изге айҙа тыйылған ғәмәлдәрҙән баш тартыу күңелдәрҙең һәм уйҙарҙың таҙарыуына булыша. Артабан мосолмандар тигеҙ сафҡа баҫып байрам намаҙы ҡыла. Был диндарҙар араһындағы ҡәрҙәшлек ептәрен тағы ла нығыта.  
Ислам тәғлимәтендә ғаилә ҙур урын алып тора. Изге Рамаҙан айында иһә яҡындар менән тағы ла яҡшыраҡ мөғәмәләлә булыу шарт. Балаларҙы дингә йәлеп итеү, ураҙаның әһәмиәтен аңлатыу хуплана. Донъяла кешелектең төп ҡиммәттәре тапалған осорҙа мәсьәләнең әһәмиәте шаҡтай ҙур. Мосолмандарҙың теләге элеккесә тыныслыҡ һәм именлеккә ҡайтып ҡала.
Ураҙа байрамы өс көн дауам итә. Был арала мосолмандар йолаға ярашлы бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, яҡындарының хәлен белешә. Ә иң диндарҙар байрамдан һуң тағы ла алты көн ураҙа тота ала. Был осраҡта уға йыл буйына ураҙа тотҡанға тиң сауап яҙыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика