Бер  аҙнанан  Яңы йыл 23.12.2014

Байрамға республикала быйыл  143 мең шыршы  ҡырҡылған. Ситтән килтерелгәндәре лә бар.  Шыршы баҙарҙарында сауҙаның иң ҡыҙған мәле. Иң ҡиммәт ҡупшыҡай 11 мең һум тора.

Яңы йыл байрамында йортта ылыҫ еҫе таралһа тағы ла күңеллерәк булып китә. Шуға күптәр байрамды яһалма түгел, ысын шыршы менән ҡаршы алырға тырыша. Ботағы ғына булһа ла ярай.  Баҙарҙа тап шул миндек кеүек итеп бәйләнгәндәренә  сират. Улар 50 һумдан 100 һумға титклем тора. Күбеһенсә оло йәштәге ханымдар ала уны.
Шыршылар Белорет районынан килтерелгән. Хаҡтары 300-ҙән 2 мең һумға тиклем. Күптәр аҡ шыршыны һайлай. Ике метрҙан бейегерәктәре 1 мең һумдан.  Ҡарағай арзаныраҡ - 450 һум тирәһе.
Кирилл Петрович шыршы һатыуға быйыл тәүгә сыҡҡан. Хаҡы ҡиммәт тигәндәргә иренмәй аңлатып та ебәрә.  Ҡупшыҡайҙарҙы улар үҙҙәре 300 һумға ала, урмандан килтереү менән бергә 500-гә барып баҫа. Өфөләге өс нөктәлә һатыу итеү өсөн 50 мең һум түләгән.
Яңы йыл ҡаршылағанда шыршы биҙәү йолаһы немецтарҙан килә. Европала байрамда өйгә шыршы ҡуйыу 17 быуатта башлана. Ә Рәсәйҙә тәүге Яңы йыл шыршыһы 1852 йылда Санкт-Петербурггың хәҙерге Мәскәү вокзалы бинаһында ҡабына. Был йоланы Рәсәйҙә таратыу  бик ҙур ауырлыҡ менән барған. Мәжүсилек ҡалдығы тип уны тыйған мәл дә булып ала. Ә 1935 йылда Сталиндың әмере буйынса балалар өсөн шыршы байрамдарын үткәреү яңынан рөхсәт ителә.
Шыршы һатыуға көҙ үк ҡырҡып әҙерләнә. Һатып алғанда улар  йәм-йәшел һәм хуш еҫле булырға тейеш. Һарғайыбыраҡ торғандары һәм үтә нескә олонлолары тиҙ ҡорой. Шуға уларҙы һыуға ултыртырға  кәңәш ителә. Баҙарҙа Европанан, Американан килтерерлгән ҡупшыҡайҙар ҙа бар. Улар байрам өсөн махсус үҫтерелгән. Һатыусылар әйтеүенсә, хатта бер нисә ай йәм-йәшел ултыралар, энәләре ҡойолмай икән. Сит ил ағасы 5 меңдән 11 мең һумға тиклем тора.
Йылдың һуңғы көнөндә шыршылар 100-200 һум ғына тора ти һатыусылар. Ә байрам төнөнә ҡарай бушлай ҙа тараталар. Ғәҙәттә, һатылмай күп ҡалмай тиҙәр.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика