Белорет районында мәктәп уҡыусылар араһында «Хәүефһеҙлек мәктәбе»  өсөнсө  республика ярыштары  бара 15.06.2016

Биш көнгә иҫәпләнгән күнекмәләрҙә Башҡортостан төбәктәренән 39 команда  көс һынаша.   Программа ете төр һынауҙан тора. Сара 17 июндә тамамлана, еңеүсе команда  республика данын июлдә Ленинград өлкәһендә уҙасаҡ  Бөтә Рәсәй  кимәлендәге ярышта яҡлаясаҡ.

Һәр секунд иҫәптә. Ялҡын телдәре көс алғансы һүндереп өлгөрөргә кәрәк. Ут менән көрәшеүсе - мәктәп уҡыусыһы. Янғын һүндереү эстафетаһының һәр этабын үтеп сығырға ла,  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа, иң мөһиме команданы артта ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Юҡһа, штраф һалына - был эштә нимәгәлер күҙ йомоп ҡарау юҡ.  
«Хәүефһеҙлек мәктәбе»  республика ярыштары 1998 йылдан ойошторолоп килһә лә, ошондай кимәлдә ул өсөнсө тапҡыр уҙа.  Биш көнгә иҫәпләнгән күнекмәләрҙә 39 команда  көс һынаша. Программа ете төр һынауҙан тора. Проекттың төп маҡсаты -  спорт менән шөғөлләнгән,  сәләмәт, физик яҡтан үҫешкән, һәм тормошта килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаусы балалар тәрбиәләү.  
Ойоштороусылар  билдәләүенсә, ҡатнашыусылар  йылдан-йыл  арта, командалар ҙа көслөрәк һәм  юғары әҙерлекле. Был - мәктәптәрҙә тормош хәүефһеҙлеге һәм физкультура дәрестәрен уҡытыу кимәле хаҡында һөйләй.
Уҡыусылар янғын һүндереү эстафетаһынан  һуң ҡаршылыҡтар аша  үтергә юллана.  10 минут эсендә һигеҙ кешенән торған команда «горизонталь һәм вертикаль үрмәксе  ауы»нан йөрөп, бау буйлап үрмәләп, бәүелгән бағананан йөрөп  өлгөрөргә тейеш.
Судьялар билдәләүенсә, командаларҙың өстән бере был ярышта юғары күрһәткескә ирешә алмаған.
Бынан тыш,  уҡыусылар ҡатмарлы хәлдәрҙә юғалып ҡалмау, крайҙы өйрәнеү викторинаһы, команда визиткаһы   һәм башҡа төр һынауҙарҙы үтәй. Сара  17 июндә тамамлана, еңеүсе команда  республика данын июлдә Ленинград өлкәһендә уҙасаҡ  Бөтә Рәсәй  «Хәүефһеҙлек мәктәбе» ярыштарында яҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика