Белорет районы Отнурок ауылын электр селтәренә тоташтырырға

Белорет районы Отнурок ауылын электр селтәренә тоташтырырға 10.11.2016

Был талапты Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡуйҙы. Быға тиклем ауылда бер ҡасан да электр уты булмаған.

Ут булмаған ауылда, әлбиттә, һыуытҡыс, саң һурҙырғыс, кер йыуыу машинаһы һатып алыуҙың кәрәге лә юҡ. Аҙыҡ-түлекте лә ауыл халҡы иҙәнгә генә алып ҡуя. Бер ваҡытта ла электр уты булмағас, һәр бер ғаилә өйөнә бензин менән эшләгән генератор һатып алған.
Яғыулыҡҡа һәр ғаиләнән айына ете-һигеҙ мең һум аҡса китә. Шуға ла улар генераторҙы кәрәкле ваҡытта ғына ҡуллана. Телефонға көс йыйҙырыу, дәрес әҙерләү графигын мәктәп уҡыусыһы Ирина ла яҡшы белә.
Ирина Миняева, Отнурок ауылында йәшәүсе: «Мәктәптән ҡайтам да йәһәт кенә дәрес әҙерләргә ултырам. Сөнки ҡышҡыһын сәғәт биштә үк ҡараңғы төшә. Телевизор ҡарарға, китап уҡырға ваҡытты бүлеп ҡуйғанмын».
Әммә ауыл халҡы ҡиммәтле тормошҡа зарланып ҡул ҡаушырып ултырмай. Күпләп мал аҫрай. Ҡош-ҡорт тота. Хозур тәбиғәтле ауылға ситтән күсеп ҡайтыусылар ҙа бар. Һикһән йыллыҡ тарихы булған ауылда майшәм һаман да иң кәрәкле әйбер.
Аҡсаны әҙерәк сарыф итеү маҡсатында ауыл өйҙәрендә шәм яндырып йәшәүселәр байтаҡ. Өйҙә - шәм яҡтыһы, ә ҡараңғыла урамға сыҡҡан һәр кем фонарь алырға күнеккән.
Отнурок ауылы халҡының хәсрәтен республика башлығына Виктор Пелисов еткерҙе. Рөстәм Хәмитовтың мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итеү көнөндә ул мәсьәләне күтәреп сыҡты. Республика башлығы район етәкселеге менән бәйләнешкә инде. Отнурок ауылын электр энергияһы  менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын ҡарарға ҡушты.
Белгестәр иҫәпләүенсә, Отнурок ауылына электр селтәренә тоташтырыуға яҡынса 15 миллион һум аҡса талап ителә. Әлегә уны финанслау юлдары аныҡ билдәләнмәгән. Шулай ҙа боҙ урынынан ҡуҙғалды, тимәк тиҙҙән  ауыл йорттары тәҙрәләрендә электр уты балҡыясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика