Белорет районы Ғәбдүк ауылында өс йыл элекке хәл ҡабатланыуы ихтимал

Белорет районы Ғәбдүк ауылында өс йыл элекке хәл ҡабатланыуы ихтимал 30.03.2016

Инйәрҙә боҙ тығындары барлыҡҡа килеү сәбәпле, урындағы халыҡ һыу ҡамауында ҡалған. Белгестәр фаразлауынса,  быйыл республикала көслө ташҡын көтөлә. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, йылғаларҙа һыу кимәле күпкә юғары буласаҡ. Әлегә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре был хаҡта халыҡты иҫкәртеү буйынса рейдтар ойоштора.

Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе Руслан Ергунов Ағиҙел буйында йәшәүҙең кире яҡтарына күнегеп бөткән. Быйылғы ташҡынға ла аҙыҡ-түлекте алдан әҙерләп ҡуйған. Хатта, киптерелгән икмәге лә бар. Ә инде янғын хәүефе янамаһын өсөн ир яңыраҡ йортонда электр сымдарын алмаштырған, автоматик системалар урынлаштырған. Әле урамын йыйыштырыу менән мәшғүл, ағып китә торған әйберҙәрен дә нығытып ҡуйырға теләй. «Һыу баҫа ҡалһа мәшәҡәт тағы ла артасаҡ»,- ти ул көлөп. Өйҙә яңғыҙ ҡаласаҡ.
Хәйер, йылға ярына яҡын төҙөлгән өйҙәрҙең күбеһе ике ҡатлы, нигеҙҙәре лә бейек. Шулай ҙа хәүеф зонаһы биләмәһендә иҫке ағас йорттар ҙа юҡ түгел, күп! Ярҙамға мохтаждарға Өфөлә ваҡытлыса йәшәү урындары ла билдәләнгән.
Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр белдереүенсә, быйыл кәмәһеҙ булыу күптәрҙең кеҫәһенә һуғыуы ла ихтимал. Баҡһаң, оло һыу килгәндә кеше бәләһендә аҡса эшләргә теләүселәр ҙә арта. Әйтәйек, 2007 йылдағы көслө ташҡын мәлендә ҡоро ергә сығарыр өсөн халыҡтан «Такси» хаҡын һорағандар - 300 һумдан 700 һумғаса.
Оло йәшкә еткән Әхәт Мөфтәхов иһә әллә ҡайҙан ярҙам көтөп ятырға уйламай.  Үҙенең кәмәһе бар. Күрше-күләнгә лә файҙаһы тейә! Магазинға барып килергә кәрәк булһа,  уҙаман «Һә!» тигәнсе йомоштарын үтәй.
Өфөнөң Киров районында ғына алты йөҙгә яҡын йорт ташҡындан зыян күреүе ихтимал. Әлегә был агитация автобусы ярҙамында халыҡты иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барыла. Яҙғы каникулда ғәҙәттәгесә, мәктәп уҡыусыларына ла «янғын», «оло һыу» хәүефе хаҡында етди мәғлүмәт еткерелә. Роликтар күрһәтелә. Профилактик эштәр бының менән генә сикләнмәй…
Ҡаланың янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар ҙа көсөргәнешле режимда эшләй, улар көн дә тиерлек рейд ойоштора. Йорт хужалары менән һөйләшеү барышында халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирелә, ташҡын ваҡытында һаҡланыу саралары хаҡында белешмәләр таратыла.
Көндәр йылытыу менән республика биләмәләрендә йылғалар боҙҙан әрселә башланы. Быйыл да Белорет районының Ғәбдүк ауылы халҡы тәүгеләрҙән булып ташҡын аҫтында ҡалыр, күрәһең. Инйәр йылғаһында тығындар барлыҡҡа килеп,  ауылды оло ер менән тоташтырған юлға йәнә боҙ ятҡан. Урындағы халыҡ әлегә тыныслыҡ һаҡлай. Кешеләр ауыл хакимиәте урынлашҡан, 10 километр алыҫлыҡтағы Йөйәккә  тимер юл буйлап йәйәү йәки электричкала йөрөргә мәжбүр.
Баш ҡаланың Янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеүенсә, оло һыу йортта ут сығыу хәүефен дә арттыра. Шуға халыҡтан уяуыраҡ булыу талап ителә. Әйткәндәй, хәүеф зонаһына ҡараған биләмәләрҙә йәшәүселәр йылға буйҙарында дежурлыҡ ойоштора башлаған да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика