Урман хазинаһын тәләфләүселәр, тарихи ҡомартҡыларҙы юҡ итә

Урман хазинаһын тәләфләүселәр, тарихи ҡомартҡыларҙы юҡ итә 17.10.2017

Белорет районы Айғыр ауылы ергәһендә бер быуат элек төҙөлгән Борисов мейестәре тарихи ҡомартҡыларҙан һанала. Уларҙа тимер иретеү заводтары өсөн ағас күмере етештерелгән. Әммә күптән түгел быуаттан ашыу торған мейестәрҙе урман эшкәртеүселәр һүтеп, юлға түшәгән. Белорет районы хакимиәтендә был мейестәргә зыян килтереүселәр яуап тотасаҡ, тип ышандыралар.

Мәтеһе аҡтарылып ятҡан юл өҫтөнән  трактор үткәндә, тимер сылбырҙарҙың ташҡа бәрелеүе  урман һиллеген боҙа. Диләнкәләрҙән ағас ташыусы ауыр техника был юлдарҙы хараба хәленә еткергән. Борисов мейестәрен 12 йыл дауамында тергеҙеүсе һәм бағыусы Андрей Трубников урман ҡырҡыусы эшҡыуарҙарҙың тәбиғи таштан сығарылған мейестәрҙең  икәүһен һүтеп, емерек  юлға түшәүенә ризаһыҙлыҡ белдерә.

Белорет районында йәшәүселәр өсөн урман эше төп кәсептәрҙең береһе. Тик был шөғөл тирә-яҡ мөхиткә зыянлы булмаһын ине, экологтар. Ни өсөн тарихи ҡомартҡыларҙы емерергә? Тәбиғәт байлыҡтарын  ҡулланыусылар хатта быуат буйы торған мейестәрҙе  лә аямаған.

Ерле халыҡ һәм экологтар билдәләүенсә, урман йығыусылар юлдарҙы иҙә, тирә-яҡ мөхиттең бөтөнлөгөнә һәм тәбиғәт торошона зыян итә. Был мәсьәләләрҙең сиселеше - урман эшен юғары кимәлдә ойоштороуҙан тора, тигән фекерҙә экологтар.  

Тарихи ҡомартҡы булған өс мейестең икәүһе һүтелгән. Экологтар берҙән-бер төҙөк мейес эргәһен урман йығыусылар транспорт туҡталҡаһы итеүгә  борсолоу белдерә.

Борисов мейестәрен 2013 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Эҙәрмән" тапшырыуы ижади төркөмө өйрәнеп, тамашасыларға тулы мәғлүмәт еткергәйне. Уларҙа  күпләп ағас күмере етештерелгән. Мейестәр сиратлап эшләгән. Уларҙа  етештерелгән ағас күмере тимер иретеүҙә ҡулланылған. Бөгөн был тарихи мейестәрҙең береһе мөғжизә менән генә төҙөк килеш тора, ҡалған икәүһе хараба хәлендә. Уларҙы тергеҙеү һәм яңынан боронғо ҡиәфәтенә ҡайтарыу  өсөн ваҡыт та, физик көс тә талап ителәсәк . Боронғо мейестәрҙе ошоға тиклем ҡурсалап -бағып тороусы Андрей Трубников социаль селтәрҙәр аша киң йәмәғәтселеккә  уларҙы артабан һүттермәү, мөмкин  тиклем тиҙерәк һаҡ аҫтына ҡуйып, кәртәләп алып, тарихи ҡомартҡы булараҡ теркәү өсөн көрәшә..

Быуаттан ашыу торған Борисов мейестәренең таштарын урмансылар үҙҙәре үк иҙеп ташлаған ошо юлға түшәгән. Был мейестәрҙе һүтергә йөръәт итеүселәрҙе  хатта уларҙың тарихи ҡомартҡы булыуы туҡтатмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика