Белеүебеҙсә, йылда бар яҡтан да һәләтле уҡыусыларға Кремль һәм республика башлығының байрамдарында ҡатнашыу бәхете йылмая

Белеүебеҙсә,  йылда бар яҡтан да һәләтле уҡыусыларға Кремль  һәм республика  башлығының байрамдарында  ҡатнашыу бәхете   йылмая 23.12.2015

Быйыл республиканан  142 уҡыусы  Мәскәүҙә  үткән Яңы йыл байрамының төп тамашаһында ҡатнашасаҡ. Улар араһында Баймаҡ  районынан 2 уҡыусы бар.  

Ғайсар   бар яҡлап та һәләтле уҡыусы ‐ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, йырлай ҙа, бейей ҙә, спорт  ярыштарынан да ситтә ҡалмай.  Ул  район һәм  республика  кимәлендәге  ҡаҙаныштары һөҙөмтәһендә  Мәскәүҙә үтәсәк   Кремль шыршыһында ҡатнашыу хоҡуғы ала ла инде. Ғайсарҙан бигерәк, уның атаһы улының  Кремль шыршыһында ҡатнашыуын теләй.  Һәм ниһәйәт, Яңы  йыл алдынан  Рәхмәтуллиндарҙың  хыялы  тормошҡа аша.  
Ғайсарҙың һәр сәғәте ҡәҙерле, төшкә тиклем дәрестәр, төштән һуң иһә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү. Мәктәптә үткән  һәр сара    Ғайсарһыҙ үтмәй тиерлек, ул үҙенең шаян, тиктормаҫ һәм  холоҡ‐фиғеле менән  сәхнә оҫтаһы  булыуы  менән тамашасыларҙың һөйөүен яулай. ЛАЙФ Әлеге мәлдә  үҫмер ғинуар айында  «Ҡурай» каналында эфирға сығасаҡ  «Серле бүләк»  фильмына төшә.
Кремль шыршыһына эләгеү ‐ һәр кемгә лә тәтемәй. Бындай мөмкинлек  уҡыусының уҡыу дәүерендәге хеҙмәт емеше лә  инде. Илдең төп шыршы байрамы  уттарының балҡышы  Ғайсарҙың  хәтерендә оҙаҡ уйылып ҡалыр һәм  артабанғы уңыштарға дәрт-дарман бирер,тигән ышаныстабыҙ.  Кремль шыршыһына Ғайсар,  24 декабрь көнө юлланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку