Беҙ наркотиктарға ҡаршы!

Беҙ наркотиктарға ҡаршы! 12.09.2014

Баш ҡаланың йәмәғәт ойошмалары, юғары уҡыу йорттары студенттары Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары менән берлектә тилерткес матдәләргә ҡаршы акция ойошторҙо.

Бер төркөм йәштәр аҡ буяу менән баш ҡаланың Черниковка биҫтәһе урамдары буйлап үтте. Тәү ҡарашҡа «Тоҙ һәм микстар» тигән яҙыуҙар иғтибарҙы артыҡ  йәлеп итмәгән дә кеүек. Әммә  был һүҙҙәр артында наркотик матдәләр күҙ уңында тотолоуын күптәр аңлап етмәй. Ҡыҙғанысҡа, синтетик матдәләр тәҡдим иткән иғландар һәр йортта тиерлек бар. Уларға ҡарап, был яҙыуҙар артында үлем һатыусы ойошма тороуын күҙалларға мөмкин. Әлбиттә, йәштәр буяуҙар менән генә ауыр проблеманы хәл итә алмауын яҡшы аңлай. Шуға күрә лә улар заман сиренә  йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә, ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика