Беҙ һинең ейәндәрең, Еңеү!

Беҙ һинең ейәндәрең, Еңеү! 30.04.2015

Бөгөн баш ҡаланың Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығына арналған акция үтте.  Сара сиктәрендә  совет һалдаттарының Германия еренә үтеп ингән мәле күрһәтелде. Майҙанда һуғыш йырҙарынан торған концерт, ялан кухняһы ойошторолдо. Балалар акцияға  һуғышта ҡатнашҡан яҡындарының фотоһүрәттәрен дә алып килгәйне.  

1945-се йылдың 10-сы майы, Германия.  Советтар Союзы  Еңеү байрамын билдәләй, ә  совет яугирҙары һуңғы немец илбаҫарҙары менән көрәште дауам итә.  Был тамаша  тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнеп төҙөлгән,  һуғыш ҡоралдары ла, хатта кейемдәр ҙә шул уҡ. Тик размерҙар ғына ҙурыраҡ. Фронт йылдарындағы аслыҡ мәлендә кешеләр  арыҡ булған.  Әммә рухи яҡтан көслө һәм илһөйәр. Тап ошо сифаттар дошмандарҙы еңергә ярҙам итә лә инде.
Балалар акцияға  һуғышта ҡатнашҡан  яҡындарының фотоһүрәттәрен дә алып килгән. Аҡлы-ҡаралы фотоларҙа дәһшәтле фронт йылдарының   тере шаһиттары. Еңеү өсөн йәнен-тәнен аямаған яу һәм тыл ҡаһармандарына бөгөн иң ҙур хөрмәт -йәш быуындың  уларҙы онотмауы.
Майҙанда  һуғыш йырҙарынан торған концерт программаһы,  шиғыр һөйләүселәр өсөн әҙәби конкурс та ойошторолған.  Уларҙың  йөкмәткеһе оҡшаш - тыныс тормош өсөн рәхмәт һеҙгә ветерандар.    
Балалар һуғыш йылдарын бар тулылығында күҙ алдына баҫтырһын өсөн майҙанда  ялан кухняһы ла ойошторолған. Бында һалдат бутҡаһын ауыҙ итергә мөмкин. Һыуҙа бешерелгән, майһыҙ,  шулай ҙа бик тәмле. Сөнки был бутҡанан еңеү тәме  килә.
Хәбәрсе.  Акцияла төрлө хәрби-патриотик клубтар, ойошмалар ҙа  ҡатнаша. Мин патриот  ойошмаһы ағзалары  әйтеүенсә,  тарихты боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуйылмаһын өсөн ысынбарлыҡты быуындан-быуынға тапшырыу шарт.
Еңеү көнөнә арналған бер сара ла һуғыштың бар ауырлығын үҙ иңендә татыған яу һәм тыл ҡаһармандарынан  башҡа үтмәй. Күкрәктәрендә орден-миҙалдар сыңлаған сал сәсле ветрандар  бөгөн дә байрамдың төп ҡунағы.
«Беҙ һинең ейәндәрең, Еңеү!» акцияһы  тарихи датаға арналған сараларҙың бер өлөшө генә. Төп парад 9-сы майҙа үтә.  Еңеү һәм хәтер байрамы, бөтәбеҙ өсөн берәү.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку