Беҙҙең сираттағы геройыбыҙ аҡсаһынан да, мөлкәтенән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан Егор Мазов

Беҙҙең сираттағы геройыбыҙ аҡсаһынан да, мөлкәтенән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан Егор Мазов 11.01.2016

Өфөлә йәшәүсе егет аралашсы аша ҡулдан автомобиль һатып ала. Тимер аты шәп тә бит, ләкин бер йыл үткәндән һуң транспорт конфискациялана. Баҡтиһәң, ул банкта ареста булған, ләкин бер ниндәй ҙә тикшереүҙәр быны алдан күрһәтмәгән.

Егор автомобилен һуңғы тапҡыр тап ошо эвакуаторҙа күрә. Бер йылдан ашыу инде ул тимер аты тураһында бер нимә лә белмәй. Йәш ғаилә башлығы туй бүләге аҡсаһына һатып алған «Лада приора»ны енәйәт эше сиктәрендә арестҡа алалар. Ләкин ғәйеплеләр инде табылған, уларға ҡарата хөкөм ҡарары ла сығарылған, тик автомобиль әле һаман хужаһына ҡайтарылмаған.  
Егор Мазов, зыян күреүсе: «2015 йылдың апрелендә суд ултырышы үтте. Енәйәт эше сиктәрендә матди дәлил булған автомобилде хужаһына ҡайтарырға тиелде, ә банк быны үтәргә ашыҡмай».
Суд ҡарары үҙ көсөнә инеүенә ҡарамаҫтан, Егор автомобилен әле һаман күрмәгән. Ул инде машина алыуына үкенә башлаған, диңгеҙ буйына ялға китһәк яҡшыраҡ булыр ине ти егет. Уны төп башына ултыртҡан мутлашыусылар баҡтиһәң, автомобилде банкка залогка һалып кредит алған. Аҙаҡ аферистарҙың береһе ошо уҡ финанс учреждениеһында эшләүенән файҙаланып транспорт сараһының паспортын кире алып, машинаны Егорға һатҡан. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар бер машинанан 600 мең һумға яҡын аҡса эшләгән. Тикшереү ошо уҡ схема буйынса 12 автомобиль һатылыуын асыҡлаған. Әле банк автомобилде кемгә ҡайтарырға кәрәклеген белмәүенә һылтана, йәнәһе суд ҡарарында аныҡ мәғлүмәт юҡ.
Валерий Шәрипов, юрист: «Ҡыҙғанысҡа, банк йәки башҡа финанс учреждениеларҙа залогта булған транспорт саралары тураһында мәғлүмәт Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының теркәү бүлегендә булмауы мөмкин. Шуның өсөн федераль нотариаль палатаһының реестрына ла мөрәжәғәт итеү артыҡ булмаҫ. Ул әйткәндәй интернет селтәрендә лә бар. Ә был осраҡҡа килгәндә, зыян күреүселәргә судтан ҡарарын аныҡлабыраҡ, ниндәй автомобилде кемгә ҡайтарырға кәрәклеген аңлатыуҙы һорап яҙырға кәрәк».
Беҙ автомобилдең ҡайҙа булыуын асыҡлар өсөн ул залогка һалынған банк менән бәйләнешкә инеп ҡараныҡ, ләкин улар был темаға аралашырға теләмәүен белдерҙе.
Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Егор Мазов мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә ышана. Ул хатта файҙаланмаған автомобиле өсөн транспорт һалымын түләүен дауам итә. Һәм берәй ваҡыт йәнә руль артына ултырасағын көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика