Беҙҙең редакцияға ярҙам һорап Өфө ҡалаһынан өсөнсө төркөм инвалиды Христина Алексеева мөрәжәғәт итте

Беҙҙең редакцияға ярҙам һорап Өфө ҡалаһынан өсөнсө төркөм инвалиды Христина Алексеева мөрәжәғәт итте 30.07.2015

Ул ун йылға яҡын фатир көтә. Ҡатын ҡыҙы һәм инвалид ейәнсәре менән ваҡытлыса ҡуртымға алынған торлаҡта йәшәргә мәжбүр. Ауырыу ханым ғаиләһе менән инвалид пенсияһына ғына көн күрә.

Өйҙә ауыҙға ҡабырлыҡ та ризыҡ юҡ. Христина Алексееваның әхирәттәре ҡайһы берҙә аҙыҡ-түлек килтереп китә. Ҡатын  көс-хәл менән хәрәкәт итә, ҡаты ауырығанлыҡтан эшләй алмай. Уға йәшәргә ошо ике тоҡҡа тултырылған дарыуҙар ғына ярҙам итә. Етмәһә, быйыл С гепатиты, эсәктәре йәбешкән тигән диагноздар өҫтәлә. Операция артынан операция кисергән ханым бөтөнләй бөлгөнлөккә төшә, ҡаҡ һөйәккә ала. Элекке фотоларына ҡарап, үҙенең ошондай хәлгә ҡалыуына аптырап ҡуя.

Элек Христина Алексеева тормош иптәше менән ҡәйнәһенең участкаһында төҙөлгән йортта йәшәй. Ләкин торлаҡ сафтан сыҡҡан. Был ауып барған йортта йәшәрлек түгел, ҡуртымға фатир ҡиммәт, тип зарлана Христина Николаевна.

Христина Алексеева ҡыҙы менән тыумыштан мәмкинлеге сикләнгән ейәнсәре Полинаны тәрбиәләй. Ҡыҙ үҙаллы ашай ҙа, йөрөй ҙә алмай. Сиратһыҙ торлаҡ алыу өсөн бер нисә тапҡыр судлашырға тура килә. Өфөнөң Орджоникидзе район судында уларҙың ғаризаларын ҡәнәғәтләндерһәләр, Башҡортостандың Юғары суды кире ҡаға.

Өфө ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Христина Николаевнаның ваҡытлыса йәшәү өсөн урын алыу хоҡуғы бар. Ә фатирҙы уға бер нисә йыл көтөргә кәрәк. Ләкин һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ханым торлаҡты күрә алмаҫмын тип ҡурҡа. Ә ҡыҙы Юлиә Алексеева бер ҡайҙа ла эшләмәй. Өфө ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, ул йыш ҡына балаһы менән әсәһен бикләп ҡалдырып китә. Ошондай хәлдән ялҡҡан әсә, тыныс һәм сәләмәт тормош тураһында хыяллана.

Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку