Беҙҙең редакцияға Мәләүез ҡалаһының Мәскәү урамында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте

Беҙҙең редакцияға Мәләүез ҡалаһының Мәскәү урамында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте 16.11.2015

Улар авария хәлендәге йорттан күсереү дәүләт программаһына эләккән. Милек хужалары урындағы хакимиәт тәҡдим иткән торлаҡ менән ҡәнәғәт түгел.

6 йәшлек Кирилл әсәһе менән уҡырға өйрәнә. Киләһе йыл малай мәктәпкә бара. Ләкин әсә, күсәсәк йорт эргәһендә белем усағы булмауына борсола. Быға бәйле, ғаиләнең Мәскәү урамындағы барактан китергә теләге юҡ.
Мельниковтарҙан тыш, был бараҡта тағы ла ике ғаилә йәшәй. Улар ҙа күсергә теләмәй. Йорт хужалары ҡала хакимиәте төҙөгән йорттарҙа етешһеҙлектәр күп булыуына зарлана.
Елена Савина, Мәскәү урамы 163 йортта йәшәүсе:  «Әле йәшәгән йорттарыбыҙҙың стеналары ҡалын, өйҙә йылы. Ләкин уңайлыҡтар ғына юҡ. Бында беҙгә оҡшай. Беҙҙе күсерергә уйлаған йорттарҙан үҙебеҙҙең әле торған торлағыбыҙ яҡшыраҡ тип уйлайым».
Мәскәү урамындағы 163-сө йортта йәшәүселәрҙе ҡаланың Аксаков урамына күсереү ҡаралған. Бында күп йорт хужалары барактарҙы ҡалдырып йәшәй башлаған. Фәниә Исламова яңы йортҡа күсеүенә үкенмәй.
Ләкин ысынлап та, авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн төҙөлгән был йорттарҙа етешһеҙлектәр бар. Иҙәндәр һыуыҡ, солан булмағанлыҡтан ишек төбөндә конденсат барлыҡҡа килә.
Игорь Федоров, Мәләүез районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш, транспорт һәм бәйләнеш идаралығы етәксеһе:  «Прокуратура һәм торлаҡ төҙөлөшө инспекцияһы тикшереү уҙғарҙы. Уның барышында бер ниндәй ҙә проблема табылманы. Ләкин конфликт дауам итә. Уны суд ярҙамында ғына хәл итеп булыр тип уйлайым».
Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү дәүләт программаһы сиктәрендә барлығы 12 йорт төҙөлгән. Уларҙың һәр береһе ике ғаиләгә иҫәпләнгән. Күптәр йорттарына күсеп уңайлыҡтар тыуҙыра башлаһа, икенселәре ялыуҙар менән төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүен дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика