Беҙҙең редакцияға Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәүсе Әминә Сапиева мөрәжәғәт итте

Беҙҙең редакцияға Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәүсе Әминә Сапиева мөрәжәғәт итте 24.11.2014

Йортта торба шартлағанлыҡтан, ҡатындың фатирын тулыһынса һыу баҫа. Әминә ханым әйтеүенсә, торлаҡ коммуналь хужалыҡ был осраҡ өсөн яуап бирергә лә, уға ярҙам итергә лә теләмәй.

Әминә Сапиева күҙ йәштәрен тыя алмай. Ҡатын 5 йыл буйы пенсия аҡсаһын йыйып, фатирында төҙөкләндереү эштәре уҙғара. Ремонтты тамамланым тигәндә генә, фатирын тулыһынса һыу баҫыуы тураһында ишетә. Күңелһеҙ хәл теркәлгән көндө, ҡатын дауаханала ятҡан була. Күңелһеҙ хәбәрҙән ҡатындың йөрәк өйәнәге ҡуҙғала.
Фатирҙағы бөтә әйберҙәр еүешләнгән. Ҡатын уларҙы күршеләренә һәм туғандарына ташып киптерергә мәжбүр.
Фатир хужаһы әйтеүенсә бында һыу тубыҡҡа тиклем еткән була. Уны махсус ҡоролмалар ярҙамында һурҙырып алалар. Һауа дымлы булғанлыҡтан фатирҙа тын алыуы ла ауыр. Ҡайһы бер урындарҙа бәшмәк үҫә башлаған.
Бар бүлмәләрҙә лә обойҙар ҡупҡан, залдағы ламинат бүртә башлаған,  ә балкон стеналарында боҙ ҡатламы хасил булған. Фатирҙа йәшәрлек түгел, шуға ла Әминә Сапиева үҙенең яҡындарында көн күрергә мәжбүр.
Күңелһеҙ хәл октябрь айында теркәлә. Һыу баҫа башлағанда Әминә Сапиеваның өҫкө ҡаттағы күршеләре лә өйҙә булмай.  «Николаевское» торлаҡ  коммуналь хужалығында белдереүҙәренсә, һыу баҫыуға өҫкө ҡаттағы фатирҙа торба шартлау сәбәпсе булған.
Әминә Сапиеваның күршеләре был юлы ла өйҙә булманы. Әминә ханым белдереүенсә, күршеләренең фатиры муниципаль милеккә ҡаарй. Ә муниципаль милек өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яуаплы, ти юристар.
Осраҡты теркәү өсөн иң тәүҙә бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреү зарур. Был эшкә  йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма вәкилдәрен дә саҡыртырға кәрәк. Зыян күләмен асыҡланғандан һуң, уны ҡаплатыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ауыр мәсьәләне хәл итеү өсөн Әминә Сапиеваға судҡа мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Әле ҡатын бойондороҡһоҙ экспертиза уҙғара.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку