Беҙҙең редакцияға Белорет ҡалаһынан Геннадий Иванов мөрәжәғәт итте

Беҙҙең редакцияға Белорет ҡалаһынан Геннадий Иванов мөрәжәғәт итте 11.02.2016

Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  фатир ала алмай. Смоленск өлкәһендә тыуып үҫкән егет, һуғыштан һуң 1950 йылдарҙа Силәбе өлкәһенә күсеп ҡайта. Әле ветеран Белорет ҡалаһында улы менән йәшәй. Яҡындары әйтеүенсә, ҡала хакимиәте уға торлаҡ биреүҙән баш тарта.

Ветеран һуғыш тураһында бер нәмә лә хәтерләмәй. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған  Василий Иванов дәһшәтле йылдарҙы иҫенә төшөрөргә яратмай. Яҡындары үткән яу юлы хаҡында яҡындары ошо фотоларға ҡарап, энциклопедияларҙан уҡып ҡына белә. Һуғыш башланғанда Василий Ивановҡа ни бары 15 йәш була. Үҫмер Смоленск өлкәһендәге тыуған йортон фашистар утҡа тотҡандан һуң фронтҡа алына. Тәүҙә уҡсы, һуңынан бүлек командиры була. Беларуссия, Чехия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша.
Геннадий Иванов, Василий Ивановтың улы: «Һуғыш тураһында бер нәмә лә һөйләгәне булманы, бер тапҡыр ғына мин күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын тине. Мин үҙем дә ҡыҙыҡһынғаным булманы. Ул ғүмер буйы баш күтәрмәй эшләне, маҡтау ҡағыҙҙары күп. Үҙенең фатиры юҡ. Силәбе өлкәһендәге иҫке йортон 200 мең һумға ғына һатҡайны. Өс тапҡыр ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иттем, ә улар отписка яҙа ла, бер ниндәй ҙә сара күрмәй».
Ветеранға фатир юллау менән уның улы шөғөлләнә. Белорет ҡала хакимиәтенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Ләкин ыңғай яуап юҡ. Хакимиәттә белдереүҙәренсә, Силәбе өлкәһендәге Степной ауылындағы йортон һатҡанлыҡтан, ветеран үҙенең йәшәү шарттарын аңлы рәүештә насарайтҡан тип иҫәпләнә. Шуға ла закон буйынса ул 5 йылдан һуң ғына торлаҡҡа сиратҡа баҫа ала. Ә был мөҙҙәт киләһе йыл ғына етә.
Артур Ситдиҡов, Белорет районы хакимиәте белгесе: «2008 йылда бында күсеп килгәс торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тураһында ғариза яҙҙы. Уны иҫәпкә ҡуйғас, ейәненең Ломовка ауылында торлағы булыуы асыҡланды. Ошо дәлилде иҫәпкә алып, Василий Ивановтың йәшәү урыны нормаға ярашлы булғанлыҡтан, ул сираттан төшөп ҡалды. 2012 йылда улының фатирына теркәлде. Унда майҙан норманан кәм тип иҫәпләнә, ләкин законға ярашлы, аңлы рәүештә йәшәү шартын насарайтыусы граждандар 5 йылдан һуң ғына иҫәпкә тора ала».
Бер йылдан ветеран фатир алыу тураһында ғариза яҙа аласаҡ. Торлаҡты ни тиклем көтөргә кәрәк буласағы билдәһеҙ. Бынан тыш, Геннадий Иванов атаһының сәләмәтлеге өсөн дә борсола. Был ғаиләнең йәшәү рәүеше, улының ветеран атаһына мөнәсәбәте лә күп һорауҙар тыуҙыра. Фатир юллау ветеран балаларының  үҙҙәрен генә  ҡайғыртыуға ҡайтып ҡалмаһын ине.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку