Беҙҙең эраға  тиклем ҡулланылған хәрби алымдың  хәҙерге заман шарттарында ла кәрәге тейҙе 11.12.2016

Рәсәйҙең йәмәғәт палатаһы ағзалары  махсус техникаға таранға барыуҙы рөхсәт итергә тәҡдим итә. «СтопХам» хәрәкәте әйҙәүсеһе булараҡ танылған Дмитрий Чугунов ашығыс ярҙам, янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусыларға ихаталарға инергә ҡамасаулаған  транспорт сараларын төкөтөргә кәңәш итә. Ҡайһы саҡта махсус хеҙмәттәрҙең йорт эргәһенә үтеп инә алмай кеше үлеү, фатирҙар тулыһынса янып бөтөү осраҡтарын иҫәпкә алһаң был башланғысты хуплап та ҡуяһың. Ләкин шул уҡ махсус хеҙмәттәр ҙә бит закон бар тип һаҡ ҡыланыуҙы бөтөнләй онотоуҙары ихтимал. Ул сағында кем түләр төкөлгән, һыҙырылған  автомобилдәр өсөн?

Ҡала ихаталары буйлап янғын һүндереү машинаһы водителе ситтән ҡарап, әйтеп тороусыларһыҙ үтә алмай. Саҡ ҡына абайламайыраҡ ҡалһаң, шунда уҡ юл буйында тороусы машинаны бәрҙерҙең тигән һүҙ. Хәлде янғын һүндереү автомобиленең ҙур булыуы тағы ла ҡатмарлаштыра.
Махсус хеҙмәттәрҙең ыҙалауына яуапһыҙ водителдәр ғәйепле. Ғәҙәттә, бөтәһе лә ихатала еңел автомобиль үтә алырлыҡ ҡына урын ҡалдырырға күнеккән. Ләкин бәғзеләр юлды тулыһынса ҡаплап ҡуйырға ла тартынмай, иң мөһиме, машина подъезд алдында торһон. Был ярҙамға ашығыусы махсус хеҙмәттәргә ваҡыт юғалтыу менән янай.
Ихатала нисек етте шулай ҡалдырылған автомобилдәр коммуналь хеҙмәттәрҙең дә үҙәгенә үткән. Күп ҡатлы йорт алды ҡарҙан таҙартыласағы тураһында фатир хужаларына бер нисә көн алдан хәбәр ителһә лә, ҡайһы берәүҙәр барыбер автомобилдәрен күсереп торорға теләмәй. Был осраҡта урам һепереүсәләргә лә, тракторсыларға ла ҡыйынға тура килә.
Ҡайһы берәүҙәр тәҙрәһендә был ҡылығын аңлатыусы яҙыуҙар ҡалдыра. Ләкин проблема нигеҙендә һыуыҡҡа бирешеп, тоҡанмаусы автомобилдәр түгел, ә транспорт күплеге, ихаталарҙа махсус парковкалар етмәүе, архитектур хаталар сәбәпсе. Был факторҙар оператив хеҙмәттәргә ҡамасауламаһын өсөн, Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзалары махсус транспорт водителдәренә юлда тороусы автомобилдәрҙе бәрергә рөхсәт итеү тәҡдимен күтәреп сыҡты.
Был осраҡта яуаплылыҡ машинаһын дөрөҫ ҡуймаусыға ятырға тейеш. Махсус транспорт сараһынан зыян күргән автомобилде ремонтлауҙы йәмәғәт палатаһы страховкаға индерергә тәҡдим итә. Ләкин был осраҡта ОСАГО полистарының хаҡын бермә-бер арттырырға тура киләсәк тип аңлата белгестәр.
Юрий Шпизель, страховка компанияһы етәксеһе: «Әлеге ваҡытта тиҙ ярҙам йә янғын һүндереү экипажы аварияға эләккән осраҡта сығымды страховка, йәнәһе беҙ ҡаплайбыҙ. Йәмәғәт палатаһы тәҡдим иткәнсе, махсус транспорт сараһы водителе авария өсөн яуаплылыҡтан азат ителә икән, тимәк, уға үтергә ҡамасаулаған һәм зыян күргән автомобилде хужаһы үҙ иҫәбенә йүнәтергә тейеш. Минеңсә был страховкалау осрағы булырға тейеш түгел».
Был компаниялар уңайы сыҡҡан һайын ОСАГО-ның үҙҙәре өсөн отошһоҙ булыуы тураһында әйтә һала, әлбиттә, улар полисҡа өҫтәмә хәүеф факторын индерергә теләмәй. Шулай ҙа башҡа страховка төрҙәре бар, ти белгестәр.
Елена Рябова, страховка компанияһы етәксеһе: «Минеңсә, тиҙ ярҙам, янғын һүндереүселәр был осраҡта махсус һөнәри страховка алырға тейеш. Уны мәҫәлән,төҙөүселәр, һаҡсылар ҡуллана. Бында инде кешенең хәүефле һөнәр эйәһе булғаны иҫәпкә алынған. Был страховка оператив хеҙмәттәргә аварияға эләгеүҙән ҡурҡмайынса, бурысын үтәргә ярҙам итер ине».
Тәҡдим буйынса әлегә бер ниндәй ҙә асыҡлыҡ юҡ. Һәр хәлдә, уны ҡабул итеүҙән алда мәсьәләне ентекле тикшереү шарт. Бер яҡтан, ҙур ҡалаларҙа оператив хеҙмәттәргә йөрөү ҡыйын. Ә әгәр ҙә саҡырыу ялған булһа? Ниндәйҙер автомобилдең бушҡа бәрелгән булыуы мөмкин. Шул уҡ янғын һүндереүселәр ҙә үҙҙәренә ҡамасаулаусы транспортты машина менән этә башлаһаң, төрлө ҡоролмаларыбыҙ сафтан сығыуы бар тип хафалана. Күрәһең, шлагбаумдар менән оҡшаш буласаҡ. Уларҙы ла бит бер нисә фажиғәле осраҡҡа тиклем бер кем дә теймәй торғайны.
Ҡала ихаталарында автомобиль ҡалдырыр өсөн урын етмәгәнгә күп урындарҙа шлагбаумдар ҡуйылды. Күренеш киң тарала башлағас, юл ябыусы был ҡоролмалар янғын һүндереү, йә тиҙ ярҙам экипажы килеп сығыу менән шунда уҡ күтәрелергә тейеш тигән талап та индерелде. Ҡайһы йорттарҙа шлагбаум өсөн айырым кеше яуаплы, бәғзеләрендә ул тәғәйен бер телефон номерына шылтыратҡандан һуң ҡалҡытыла. Ләкин ашығыс осраҡта махсус транспорт уны емереп тә үтә ала, һәм был кеше мөлкәтенә зыян килтереү тип һаналмаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика