«Беҙ бергә!» телемарафоны 13.08.2014

Республиканың төп телеканалында Украиналағы хәрби бәрелештәрҙән ҡасып Рәсәйгә һыйыныусыларға ярҙам туплау маҡсатында акция дауам итә.

Телемарафон «Беҙ бергә!» тип атала. Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем ярҙам туплау пункты эшләй. Унда ҡасаҡтарға кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып килергә мөмкин. Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторған марафонға йөҙҙәрсә кеше ҡушылды. Шуны билдәләргә кәрәк: акциянан төрлө ведомстволар, предприятиелар ҙа ситтә ҡалманы. Улар күпләп көндәлек тауарҙар килтерә. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре, мәҫәлән,  көнкүреш кәрәк-яраҡтарын алып килһә, «Башҡортостан сауҙа үҙәге» 500 йылы куртка тапшырҙы. Теләге булған һәр кем киске сәғәт 8-гә тиклем марафонға үҙ өлөшөн индерә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика