«Беҙ бергә!» телемарафоны һөҙөмтәләре

«Беҙ бергә!» телемарафоны һөҙөмтәләре 14.08.2014

Республиканың төп телеканалында уҙғарылған  мәрхәмәтлек  телемарафоны барышында  300 мең һум  аҡса һәм  2 миллион һумлыҡ кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре йыйылған.

Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторған хәйриә акцияһына  йөҙҙәрсә кеше ҡушылды. Шуны билдәләргә кәрәк, акциянан төрлө ведомстволар, предприятиелар ҙа ситтә ҡалманы. Улар күпләп көндәлек тауарҙар килтерҙе. «Башҡортостан үләндәре» ойошмаһы  дарыу һәм үлән сәйҙәре, «Йәрминкә» магазиндар селтәре шәхси гигиена тауарҙары, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге 500 йылы куртка, «Башсельхозтехника» 100 мең, прокуратура  200 мең күләмендә матди ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ хәйриә  сараһынан  йәмәғәт ойошмалары, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла ситтә ҡалманы. Ярҙам  итеүселәрҙең күптәре  үҙ исемдәрен атауҙан баш тартты. Украина ҡасаҡтарына ярҙам туплау әле дауам итә. Хәрби бәрелештәрҙән ҡасып илебеҙгә һыйыныусыларға аҡса күсерергә теләүселәр ярҙам фондының банк иҫәбенә күсерә ала. Бынан тыш, беҙҙең смс-канал әле лә эшләй. 3443 һандарына «мы вместе» тип яҙып ебәрергә кәрәк. Смс-хәбәр хаҡы - 50 һум.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика