«Беҙ бергә» - республиканың төп телеканалында бөгөн хәйриә акцияһы үтә

«Беҙ бергә» - республиканың төп телеканалында бөгөн хәйриә акцияһы үтә 13.08.2014

Уның төп маҡсаты - Украиналағы хәрби бәрелештәрҙән ҡасып илебеҙгә һыйынырға мәжбүр булған замандаштарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙыу. Әле Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда гуманитар ярҙам туплау пункты эшләй. Унда ҡасаҡтар мохтажлыҡ  кисергән көнкүреш әйберҙәре, кейем һалым алып килергә мөмкин, аҡсалата ярҙам туплау ҡумтаһы ла урынлаштырылған.

Салауат Юлаев майҙанына халыҡ дәррәү  йыйыла. Әйтергә кәрәк, төшкә ҡарай халыҡ әүҙемләште. Улар араһында район-ҡалаларҙан махсус килеп  акцияға ҡушылыусылар ҙа  бар. Бөгөн көн һалҡынса, шуға күрә мәрхәмәтле өфөләр йылы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, түшәктәр килтерә. Балалар әйберҙәре, уйынсыҡтар ҙа кәрәк. Украина ҡасаҡтарына теләктәшлек күрһәтеүселәр башлыса ололар.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, «Мәрхәмәт» марафонына  эре предприятиелар, төрлө ведомстволар  ҙа ҡушылды. Улар күпләп көн дә кәрәкле әйберҙәр килтерә. Прокуратура  хеҙмәткәрҙәре, мәҫәлән,  көнкүреш кәрәк-яраҡтарын алып килһә, шәхси ойошмаларҙың  береһе аяҡ-кейемдәрен, түшәктәр килтерҙе.
Телемарафон киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итә. Әле бер йөк машинаһы әйберҙәр менән тулды. Ул тиҙҙән Күмертау ҡалаһына йүнәләсәк. Сөнки республиканың көньяҡ ҡалаһында ҡасаҡтарҙың һаны тиҙҙән 200-гә етеүе ихтимал.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку