«Беҙ бергә»

«Беҙ бергә» 13.08.2014

Салауат майҙанында урынлашҡан ҡасаҡтарға ярҙам туплау пунктына килеүселәр һаны көндөҙгө сәғәттәрҙә тағы ла арта төшкән. Хәйриә акцияһына ябай кешеләр, предприятие һәм ойошмалар вәкилдәре ҡушыла, тип билдәләй майҙанда эшләүсе хеҙмәттәштәребеҙ.

Бөгөн республиканың төп телеканалында Украиналағы хәрби бәрелештәрҙән ҡасып Рәсәйгә һыйыныусыларға ярҙам туплау маҡсатында акция үтә. Телемарафон «Беҙ бергә» тип атала. Ярҙам туплау пункты баш ҡаланың Салауат  Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда урынлашҡан. Унда ҡасаҡтар мохтажлыҡ кисергән әйберҙәр, кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып килергә мөмкин. Аҡсалата ярҙам өсөн  ҡумта ла  ошонда уҡ урынлаштырылған. Баш ҡалаға килеү форсаты булмағандар өсөн иһә ярҙам фондына аҡса күсерә ала.
Уның  банк иҫәбен беҙҙең рәсми сайтта - tv-rb.ru адресы буйынса табырға мөмкин. Бынан тыш, хоккей буйынса донъя кубогы матчтары мәлендә «Өфө - Арена» боҙ һарайы фойеһында аҡсалата ярҙам ҡумталары урынлаштырыла. Хәйриә акцияһының  СМС-каналы ла эшләй. Кеҫә телефоны аша ҡасаҡтарға ярҙам итеү өсөн 3443 һандарына  «Мы вместе» тип яҙып ебәрергә кәрәк. СМС-хәбәр хаҡы - 50 һум. Уны МТС, Билайн һәм Мегафон мобиль элемтә аша операторҙарға ебәрергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку