Байрамдан һуң ҙур бүләк

Байрамдан һуң ҙур бүләк 11.03.2015

Бер-ике аҙна самаһы элек баш ҡаланың Софья Перовская урамындағы 1-се  йортта капиталь ремонт башлана. Был көндө фатир хужалары күптән көтөп ала. Тик уларҙың «ҡыуанысы» оҙаҡҡа бармай. Кисә икенсе ҡатта йәшәүселәрҙең фатир түбәһенән бер туҡтауһыҙ һыу аға башлай.

Мария Александровна хаҡлы ялға сыҡҡас та тыныс йәшәп булмаҫ инде, ти. Залдағы обойҙар ҡубып төшкән, ә яңы ғына түшәлгән линолеум эшлектән сыҡҡан. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, фатирға килтерелгән зыян - әлеге мәлдә ике ҡатлы йортта барған капиталь ремонт һөҙөмтәһе. Бинаның  ҡыйығын бер аҙна элек алыштыра башлайҙар, әммә һауа шарттары эшкә  ҡамасаулыҡ килтерә. Кисә, ҡарлы ҡатыш ямғырҙан һуң тиҫтәгә яҡын фатирҙы һыу баҫа.
Мария Григорьева, Софья Перовская урамындағы 1-се йортта йәшәүсе: «Ҡатын кеше булһам да, эштең дөрөҫ башланмауын яҡшы аңлайым. Әгәр ҡулда кәрәкле материал юҡ икән, ни өсөн ҡыйыҡты тулыһынса һүтеп ташларға? Түшәмде яртылаш ҡына ҡутарып та, ремонт яһап була ине».
Хужабикә иҙәндән  ун биҙрәләп һыу һығып алдым, ти. Йөрәк сире менән яфаланған ҡатындың тормош иптәше лә ауыр хәлдә ята. Беренсе ҡатта йәшәүселәрҙең түбәһенән һыу аҡмаһа ла, улар ҙа кисә баҫҡыс майҙансығында барлыҡҡа килгән күләүекте ҡоротоуҙа ҡатнаша. Улар әйтеүенсә, подъездың түбәһендә ярыҡтар ун йыллап элек барлыҡҡа килгән. Һыу  ҙа күптән аға икән.
Йортта йәшәүселәрҙең барыһы ла тиерлек подрядсы ойошманы ғәйепләй. Сөнки байрам көндәрендә ҡыйыҡты алыштырыу эштәре туҡтап ҡала, ә ваҡытлыса һалынған түшәм яуым-төшөмдө күтәрә алмай. Идарасы компания осраҡ буйынса фатирҙарға килтерелгән зыян күләмен асыҡлау өсөн комиссия ойоштороп, акт төҙөргә ниәтләй.  
Подрядсы ойошма вәкилдәре йорт ҡыйығын бөгөндән үк ҡапларға әҙер. Тик ҡулдарында материал ғына юҡ. Ул ошо көндәрҙә заказ буйынса килеп етергә тейеш.Кәрәкле материал килеп еткәнсе бер аҙна тирәһе ваҡыт үтеүе ихтимал. Тимәк, фатир хужаларына төҙөлөш эштәренең яйға һалыныуына, был аҙнаның яуым-төшөмһөҙ үтеүенә өмөт итергә генә ҡала.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку