Байрам йәме - сүплеккә ташлана

Байрам йәме - сүплеккә ташлана 11.01.2018

Өфөнөң әле бер, әле икенсе урынында Яңы йыл шыршылары өйөмдәре хасил була. Ылыҫлы ағастарҙан ҡала халҡы ғына түгел, ә улар менән кәсеп итеүселәр ҙә ҡотолоу яйын ҡарай.

Өфөнөң урман зонаһында бер йөк ылыҫлы ағастар ташланған. Байрам биҙәктәре көндән-көн күпләп сүп контейнерҙары эргәһендә ҡалдырыла. Уларҙы Европалағы кеүек эшкәртеү ысулдарын ҡулланғанда тәбиғәткә лә файҙа килтерелер, тирә-яҡта сүплектәр ҙә хасил булмаҫ ине,бәлки.
Эрика Пильнова, Өфөлә йәшәүсе: «Германияла Яңы йыл үткәндән һуң ҡулланылған ылыҫлы ағастарҙы махсус ҡоролмала турап ҡыуаҡ һәм сәскә төбөнә һалғандарын күрҙем. Он хәленә еткерелгән ағас ҡалдыҡтары ерҙең дымын һаҡлай һәм тупраҡтың әселеген арттыра».
Был ташландыҡ ҡупшыҡайҙарҙы һатып  файҙа күреп өлгөрмәгән алыпһатарҙар эшеме? Нисек кенә булмаһын, малдарға витаминлы аҙыҡ, ә кешеләргә көс биреүсе ылыҫлы ағастарҙы ҡайҙа етте шунда ташлап китеү бер ниндәй тәртәгә лә һыймай.
Яңы йыл байрамдары тамам. Байрамдың төп биҙәге һәм атрибуты булған йәшелкәйҙәргә генә көн бөткән. Уларға рәхимһеҙ йәндәр ошо урман эсендә сүплек ойошторған.
Әлегә республикала уларҙы эшкәртеүсе махсус пункттар юҡ дәрәжәһендә. Элегерәк был функцияны өлөшләтә «Өфөнө йәшелләдереү хужалығы» үтәгән. Махсус техника ярҙамында ылыҫлылар ваҡ өлөштәргә туралған. Был масса хужалыҡ теплицаһының ерен ашлауға ҡулланылған. Етештереү күләме ҙур булмаған. Әммә ылыҫлылар әрәм ителмәгән. Белгестәр уларҙың һәр өлөшөнөң хужалыҡта файҙа килтереүен дәлилләй.
Бынан тыш,  шыршынан ылыҫ майы һығырға мөмкин. Ә унан ҡалған һыуҙы тондороп флорентин һыуы алына. Был продукттар һыуыҡ тейгәндә һәм иммунитет ҡаҡшағанда бик файҙалы, ти, белгестәр.
Ысынында иһә, ылыҫлыларҙы әрәм итмәү өлкәһендә беренсе аҙымды эшҡыуарҙар яһай. Шәхси фирмалар уларҙы артабан эшкәртеү хеҙмәттәрен күрһәтергә тәҡдим итә. Рәсәйҙең баш ҡалаһында  уларҙы ҡабул итеү буйынса бер-нисә пункт асылыуы -ла илебеҙҙә экологик мәҙәниәттең күтәрелеүенә булышлыҡ итәсәк.
Ә беҙҙең ерлеккә килгәндә, шыршылар байрам үтеү менән  ырғытыла. Уларҙың һуңғы төйәге Яңы Черкассылағы  -  ҡаты ҡалдыҡтар полигонында. Ә шулай ҙа Яңы йыл байрамын йәшел шыршы менән ҡаршыларға яратыусыларға уйланырға урын бар. Ылыҫлыларҙы сүплеккә ташлағансы, ҙур көршәктәрҙә йә булмаһы ихата артында үҫтереп биҙәү күңелгә ятышлыраҡ бит.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика