Байрам каникулдарында республикала янғын сығыу хәүефе бермә-бер арта

Байрам каникулдарында республикала янғын сығыу  хәүефе бермә-бер арта 06.01.2016

Был көндәрҙә ҡотҡарыусылар ҙа көсөргәнешле эш режимына күсерелә. Шәхси йорттар секторында иҫкәртеү һәм тикшереү  саралары ойошторола.   Бөгөн баш ҡаланың янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре бер юлы Өфөнөң алты районда рейдҡа сыҡты.

Баш ҡаланың Йәйғор баҡсасылар ширҡәте. Өфөгә яҡын урынлашҡанлыҡтан бында йыл әйләнәһенә йәшәүсе ғаиләләр һаны ҡырҡтан ашҡан. Тик бына шарттар ғына һис тә ҡаласа түгел. Янғын хәүефһеҙлеге баҡса йорттарында тейешенсә үтәлә тип әйтеп булмай.
Ҡуралағы етешһеҙлектәр бер хәл. Газ булмауы арҡаһында баҡса йорттары башлыса электр ҡоролмалары ярҙамында йылытыла. Аш-һыу әҙерләү һәм башҡа эштәр ҙә шул ток үткәргестәргә бәйле. Сымдарҙың ҡағиҙәгә ярашлы үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, электр приборҙарын файҙаланыуҙа етешһеҙлектәр байтаҡ.
Сатлама һыуыҡтарҙа айырыуса мейес менән һаҡ булырға кәрәк, ти янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр. Ҡыҙған кирбестәрҙән ут тиҙ арала тоҡаныуы ихтимал. Мейес эргәһендә  яныусан әйберҙәр торорға тейеш түгел.
Тап ошо ябай ҡағиҙәләрҙең иңҡар ителеүе йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә лә инде. Йыл башынан алып ҡына ике үлемесле тамаланған янғын да тап ошо сәбәптәр арҡаһында сыҡҡан.
Илдар Мостафин, Өфөнөң янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәре: «Шәхси секторҙа янғын сығыуы айырыуса ҡурҡыныс тамамлана. Бындай йорттар ҙа бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Махсус техникаға үтеп инеүе ауырға тура килә. Электр приборҙары, йылытыу ҡоролмаларының селтәрҙәре  бындай йорттарҙа ғәҙәттә ҡағиҙә боҙоп үткәрелә. Һөҙөмтә бер –янғын».
Янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре шәхси йортта йәшәүселәрҙең барыһына ла иҫкәрмәләр яһаны. Әгәр улар үтәләмәһә киләһе рейдта штраф һалынасаҡ. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда бит уны алдан иҫкәртеү күпкә һөҙөмтәлерәк булыуы һәр кемгә яҡшы мәғлүм.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку