Байрам бер кемде лә урап үтмәйәсәк

Байрам бер кемде лә урап үтмәйәсәк 22.12.2014

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла шыршы байрамы үтте. Сараға аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылды.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, театр мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тулыһынса яраҡлаштырылған. Шуға ла шыршы байрамын тап ошонда үткәрергә  ҡарар ителә. Бөгөн театр сәхнәһендә балалар өсөн өс тамаша ҡуйылды. Уларҙың һәр береһендә 300-гә яҡын кеше ҡатнашты. Байрамға балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ентекле әҙерләнгән.  
Баш ҡалала социаль категорияға ҡараған балалар өсөн шыршы байрамы  10-сы тапҡыр ойошторолдо.  Быйылғыһында 2 меңдән ашыу бала ҡатнашы. Уларҙың 350-һе өйҙәренән сыға алмай. Уларҙы  социаль үҙәк белгестәре барып ҡотлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика