Баймаҡта көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәти булмаған ял итеү төрҙәре - агро һәм этнотуризмды үҫтереү юлдары барланды

Баймаҡта көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәти булмаған ял итеү төрҙәре - агро һәм этнотуризмды үҫтереү юлдары барланды 19.06.2015

Әлегә был йүнәлештәрҙе республикала килемле, киң үҫеш алған тип әйтергә иртәрәк, шулай ҙа сит ил ҡунаҡтарын республикаға йәлеп итер өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.

Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа туризмды үҫтереү буйынса халыҡ-ара конференцияға килгән Ҡаҙағстан ҡунаҡтары Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланыуын йәшерә алмай. Урал тауҙары, Ғәҙелша шарлауығы, Сереккүл - төбәктә туризмды үҫтереүгә барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Конференцияның тап Ирәндек буйында, Төркмән ауылы янында үтеүе осраҡлы түгел. Бында агро һәм этнотуризм үҫеш алған. Урындағы фермер хужалығында Ирәндек тибындағы башҡорт аттары үрсетелә. Йүнселдәр тоҡомдо һаҡлау эшен алып бара. Килем сығанағы булараҡ ҡымыҙ етештерелеп һатыуға сығарыла. Әлегә 300-гә яҡын йылҡы иҫәпләнә.
Хужалыҡта тиҫтәгә яҡын эш урыны булдырылған. Күбеһенсә күрше ауылдарҙан килеп эшләйҙәр. Рәүеф Саптаров  йылҡы көтөргә, хатта, балалары менән килә. Алты айлыҡ ҡыҙы әле тәүге тапҡыр атаһы менән һыбай менгән.
Төбәккә туристарҙы йәлеп итеү ниәтендә фермер хужалығы янында «Ирәндек» этнопаркы ла төҙөлгән. Әлегә бында  өс ағас йорт иҫәпләнә. Уларға ут-яҡтылыҡ ҡояш коллекторы ярҙамында килә.
Шәхси эшҡыуар Артур Кәримов йорт эсендәге уңайлыҡтар менән таныштыра. Бина мейес ярҙамында йылытыла икән. Йүнсел ғаилә кәсебен әлегә килемле тип иҫәпләмәй, шулай ҙа киләсәккә юғары өмөттәр бағлай.
Этнокомплекстың йөҙө - сағыу тирмәләрҙә. Унда милли кейемдәр, боронғо көнкүреш әйберҙәре, биҙәүестәр урын алған. Киләсәктә ял үҙәгендә музей-йорт төҙөү ҙә күҙаллана.
Этнопаркта туҡланыу ҙа ойошторолған, ял итеүселәргә самауыр сәйе тәҡдим ителә. Өҫтәлгә  бишбармаҡ, йылҡы ите, картуф ҡуйыла.
Элек был урында Моҫтай ауылы урынлашҡан була. Тәүге йротҡа нигеҙ 1803 йылда һалына. Урындағы халыҡ гөрләтеп донъя көткән, йылҡысылыҡ, малсылыҡ, ер эше менән шөғөлләнгән. Ләкин үткән быуат уртаһында ауыл юҡҡа сыға. Башҡорт ауылдарын тергеҙеү, районға туристарҙы йәлеп итеү маҡсатында этнокомплекс төҙөлә лә инде.
Ырымбурҙан Силәбегә барған каруандар Моҫтай ауылы аша үтер булған. Бөгөн дә был тирәлә йыш ҡына төрлө көнкүреш әйберҙәре, эш ҡоралдары табыла. Ирәндек буйҙары алтынға бай тигән инаныу бар. Шулай ҙа иң ҙур байлыҡ - тәбиғәттең хозурлығында, ти бында йәшәүселәр.  Ысынлап та,  төбәктә агро һәм этнотуризмды үҫтереү өсөн  шарттар уңайлы.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика