Баймаҡ районының Таулыҡай ауыл биләмәһендә матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар көнө үтте

Баймаҡ районының  Таулыҡай ауыл биләмәһендә матбуғат  баҫмаларына  яҙылыусылар көнө үтте 28.10.2015

Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы сиктәрендә ойошторолған сараның маҡсаты - 2016 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыусылар һанын арттырыу ине.

Был көндө матбуғат баҫмаларының иң яҡын дуҫтары  даими уҡыусылар яратҡан гәзит-журналдарға яҙылырға  ашыҡты. Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе   Дамира Усманова  район Һаҡмар гәзитен генә түгел, башҡа баҫмаларҙы ла күпләп алдыра һәм яратып уҡый.  Ғүмер буйы почта таратыусы булып эшләгән был ханым  хатта рус телендәге баҫмаларҙы ла алдыра. Тормош иптәше менән район һәм республика  яңылыҡтары менән әленән‐әле танышып тора.
Таулыҡай ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә  баҫмаларҙы  күпләп алдыра. Бигерәк тә Һаҡмар гәзите һәр йортҡа тиерлек килә. Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөндә  барлығы 40 кеше   яҙылды. Шуларҙың 30‐ҙы Һаҡмар гәзитенә булһа, ҡалған 10‐һы  башҡа баҫмалар. Бындай   саралар  даими уҙғарылып тора,   күптәр уны көтөп ала, ти Таулыҡай почта бүлексәһе етәксеһе Гөлназ Сәғәҙәтова.
Ваҡытлы матбуғат баҫмаларын юлдаш иткән кешеләр был  көндө арзан  хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылды, шулай уҡ  әүҙем яҙылыусылар  махсус бүләктәр  ҙә  алып һөйөндө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика