Баймаҡ районының Йәнйегет ауылына ингән ерҙәге убала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм вафат булған яугирҙар иҫтәлегенә монумент ҡалҡып сыҡты

Баймаҡ районының Йәнйегет ауылына ингән ерҙәге убала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм вафат булған яугирҙар иҫтәлегенә монумент ҡалҡып сыҡты 16.04.2015

Был сауаплы эштең идеяһы ошо ауылда тыуып үҫкән Фаил Әбүбәкировтыҡы. Уның олатаһы Хужахмәт Әбүбәкиров ауылдан һуғышҡа оҙатылған 59 һалдаттың береһе була. Бәләкәй генә ерлектең 30 ир-егете тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Яңы һәйкәл уларға яҡты иҫтәлек буласаҡ.

Монументты яһатыуҙы Фаил Әбүбәкиров үҙ өҫтөнә алһа, уның өлөштәрен йыйыу һәм урынлаштырыуҙа ауылдаштарҙан Нәзир Мәхийәнов, Ишкилде Ғафаров, Наил Рафиҡов һәм башҡалар ҡатнашҡан. Ә инде уны ҡуйыу көнөнә бөтә ауыл сыҡҡан. Һуңғы көндәрҙә һәйкәлгә яугирҙарҙың исемлеге яҙылған мәрмәр таҡта ҡуйылған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылау алдынан Йәнйегеттәрҙең ҡаһарман ауылдаштары данына күрһәткән хөрмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың эше башҡа ауылдар өсөн дә үрнәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика