Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан «Орленок»  һауыҡтырыу үҙәге  балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә 02.06.2015

Һәр йылдағыса төбәктә быйыл да  үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу, һаулығын нығытыуға ҙур иғтибар бүленәсәк. Ошо маҡсатта районға республика бюджетынан 14  миллион  һум  аҡса бүленгән.  

Бер нисә көндән «Орленок» һауыҡтырыу үҙәге балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торасаҡ. Лагерҙа ял итеүселәрҙе ҡабул итеүгә бөтәһе лә әҙер.  Корпустар тәртипкә килтерелгән,  аҡлау һәм буяу эштәре башҡарылған. Ойоштороласаҡ өс сменаның һәр береһендә   200 баланың һаулығын нығытыу күҙаллана. Лагерҙа шулай уҡ   Өфө һәм Сибай ҡалалары  балаларына ла ял итеү мөмкинлеге бар. Бюджет өлкәһендә эшләгән ата-әсәләр 14 мең һумлыҡ путевканың 10 процентын ғына  түләй, ҡалған сумма  дәүләт иҫәбенән ҡаплана.  
Һауыҡтырыу үҙәгенә Сибай педагогия колледжы менән БДУ-ның Сибай институты студенттары араһынан тәрбиәселәр һәм педагогтар йәлеп ителгән. Балаларҙың ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп уҙғарыу өсөн   ҡыҙыҡлы походтар, күңелле сәйәхәттәр ойоштороласаҡ. Тәүге смена бында 9-сы июндә асылһа, райондың 32 мәктәбендә көндөҙгө лагерҙар 1 июндән эш башлаған да инде. Быйыл Баймаҡ районы мәктәптәрендә барлығы 2 меңдән ашыу бала көндөҙгө лагерҙарҙа ял итәсәк.  Ғәҙәттәгесә, мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм социаль ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр иғтибар үҙәгендә буласаҡ.  
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика