Баймаҡ районының Төркмән, Аҡморон, Ҡуянтау, Иҫке Сибай ауылдарында 20-нән ашыу күп фатирлы йорт автономлы газ менән йылытыла башланы

Баймаҡ районының Төркмән, Аҡморон, Ҡуянтау, Иҫке Сибай ауылдарында 20-нән ашыу күп фатирлы йорт автономлы газ менән йылытыла башланы 03.03.2017

Шәхси йылытыуға күсеү артыҡ сығымдарҙан арындырҙы тип һөйөнә Иҫке Сибай ауылының Ленин урамында йәшәүселәр.

Йылы фатир, эҫе душ менән ҡулланыу, газ плитәһендә тәмле аш һыу әҙерләү хәҙер Миңзәлә Байрамғолова өсөн бер ни түгел. Автономлы йылтыу селтәре менән ҡулланыуҙарына һөйөнөп бөтә алмай. Элек стеналар дымлылыҡтан ҡараға ҡапланһа хәҙер инде ул проблемалар артта ҡалған, төҙрә төптәрендә гөлдәр үҫеп, матур сәскәләр ата.
Быға тиклем йорттар үҙәк йылылыҡ селтәренә тоташтырылған булған. Был үҙ сиратында хужаларға бер ни тиклем мәшәҡәттәр булдырған. Йә торбалар туңған, йә фатирға йылы килеп етмәгән. Хәҙер хәл бөтөнләй икенсе. Һәр фатир ике контурлы автономлы газ ҡаҙанлығы менән йыһазландырылған. Йорт хужалары  крандағы һыуҙың, йылытыу торбаларының температураһын үҙе контролдә тота ала. Ә иң мөһиме артыҡ түләүҙәр юҡ. Айына кәмендә 1000 һум түләнә.  Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡаҙанлыҡтар эргәһенә газ датчиктары ла ҡуйылған.
Бөгөн райондың Төркмән, Аҡморон, Ҡуянтау, Иҫке Сибай ауылдарында 20-нән ашыу күп фатирлы йорт автономлы газ менән йылытыуға күсерелде. Иҫке Сибай ауылына килгәндә, тиҫтәгә яҡын  күп ҡатлы йорт  бынан ике йыл элек тәбиғи газ менән тәьмин ителде.
Күп ҡатлы йорттарҙа коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәрҙе йыйып алыу көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ә бына ошондай дәүләт ярҙымы менән ойошторолған сараларҙа биләмәләрҙең ҡатнашыуы бурыстарҙы бер аҙ кәметеүгә булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика