Баймаҡ районының Түбә ауылы быйма баҫыусылар йәшәй

Баймаҡ районының Түбә ауылы  быйма баҫыусылар йәшәй 06.01.2015

Билдәле, ҡулдан баҫылғандары йомшаҡ та, йылыраҡ та була. Шуға күрә улар баҙарҙа һәр саҡ ихтыяж менән файҙалана.

Быймаларҙы халыҡ яратып һатып ала. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ҡотҡарыусы аяҡ кейемен балаларҙан алып олоһона тиклем кейәләр.  Түбә оҫталары өсөн быйма баҫыу миҙгеле ноябрҙән башлана. Йөн йыйыу, тетеү, быйма баҫыу, баҙарға сығарып һатыу-мәшәҡәте етерлек. Барыһы ла тиерлек ҡул көсө менән башҡарыла. Эштә ҡуланылған станоктар музей экспонаттарына тиң.
Лоҡман Үлйәбаев егерме йыллап быйма баҫа. Хәҙер уның ике улы, килендәре лә уға булыша. Кесе улы Юлай йөн тетә. Был станок Түбәлә тик уларҙа ғына бар.   Башҡа быйма баҫыусылар йөндө Баймаҡ быйма баҫыу цехында теттереп ала.
Өлкән улы Урал быйма баҫһа, килене Римма быйма баштары йөн тапочкалар эшләргә өйрәнгән.
Миҙгелле эш булһа ла Үлйәбаевтар был шөғөлдән ярайһы ғына килем ала. Йүнселдәр умарталар тота, күпләп мал аҫрай, ауылда сауҙа итеү нөктәләре лә бар, таҡта бысыу станогын да алғандар.
ҡыш бауыры оҙон-аяҡтарҙы һыуыҡтан һаҡлаусы быйма алыу кәрәкле, ти йүнсел. Лоҡман ағай үҙе ҡыш башынан аяғынан быйма төшөрмәй. Аяҡты һалҡындан һаҡлау - күп сирҙәрҙән ҡурсалай, ти ул.
Түбәнең данлыҡлы быйма баҫыу оҫталары Иван, Анотолий Марковтар, Сәйтәхмәт Ғилманов һәм башҡаларҙың эшен дауам итеүселәр Түбәлә әле лә булыуы ҡыуандыра.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку