Баймаҡ районының "Орленок" балалар һауыҡтырыу лагерында "Йәйләү" программаһы буйынса эшләйәсәк заезд асылды

Баймаҡ районының "Орленок" балалар һауыҡтырыу лагерында "Йәйләү" программаһы буйынса эшләйәсәк заезд  асылды 01.07.2016

Ул йәш быуында башҡорт теленә, тарихына, мәҙәниәтенә, милли йолаларына һөйөү уятыу маҡсатын ҡуя. Егерме бер көн эсендә ике йөҙ бала бында үҙ-ара  аралашып, милли уйындар аша халҡыбыҙҙың ҡиммәттәренә төшөнәсәк.

Лагерь урынына-Йәйләү, отрядтар урынына-ырыуҙар, уның ораны, тамғаһы,ҡошо. Тик башҡорт телендә, башҡорт рухында. Мәрйәм Буракаеваның Йәйләү программаһы сиктәрендә балалар һауыҡтырыу үҙәгендә  һигеҙ ырыуға берләшкән ике йөҙ бала онотолған милли уйындар, йолалар аша төрлө йүнәлештәрҙә белемен камиллаштыра. Йәйләүҙе тантаналы асыуға өс көн эсендә балалар халҡыбыҙҙың  йырҙары,бейеүҙәре аша үҙҙәренең һәләттәрен аса алды. ЛАЙФ бейеү
Йәйләүҙә махсус уҡыуҙар үткән педагогик коллектив эшләй. Тәрбиәсе Азамат Зәйнетдинов  үҙе ете йыл буйы ошо программа буйынса ял итә, бөгөн ул патриотик йүнәлештә йәш быуындың ялын ойоштора. Һуңғы йылдарҙа башҡорт балалары араһында рус телендә аралашыу йыш осраған ваҡытта, милли телде үҫтереү мәсьәләһе- тәрбиәселәр өсөн төп бурыс.
Йәйләүҙә район балаларынан тыш, ситтән килгән утыҙ бала ял итә.  Үҙ милләттәренә, тел менән килеп тыуған ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, барыһы ла Йәйләү  программаның үҙенсәлектәрен теүәл үтәргә тырыша. Ял итеү осоронда, барлыҡ саралар милли колоритҡа ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, Нептун көнө урынына Заятүләк менән Һыуһылыу эпосы тарихын өйрәнгәндән һуң, һыу менән һибешеү башлана. Төрлө конкурстар ҙа Рәшиҙә Туйсина, Йомабай Иҫәнбаев кеүек  арҙаҡлы шәхестәребеҙ исеменә үткәреләсәк.
Әлбиттә, егерме бер көн эсендә генә балала башҡорт теленең бар нескәлектәрен өйрәтеп булмай.Ә инде Телде белмәгән бала башҡортса аңлап, ябай һүҙҙәрҙе өйрәнһә, ныҡлы башҡорт тағы ла юғарыраҡ бер баҫҡысҡа күтәрелһә -махсус программаның һөҙөмтәһе бар тигән һүҙ.  
йәйләү программаһы йыл һайын айырым райондарҙа ойошторола. Баланы рухи байытыуға, уның үҫешенә, милли уйындарҙы, йолаларҙы тергеҙеүгә нигеҙләнгән программа киләсәктә лә һөҙөмтәле эшләүенә ышаныс ҙур. Быға йылдан йыл балаларҙың теләп ҡушылыуы асыҡ дәлил.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика