Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙарының йәш килендәр менән осрашыуы үтте

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙарының  йәш килендәр менән осрашыуы үтте 03.04.2015

Осрашыуҙың маҡсаты йәштәрҙе ата-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған бала тәрбиәләү  тәжрибәһе менән таныштырыу ине.  

Һәр дәүерҙә лә бала бағыу еңел булмаған. Уларҙы үҫтереү,  кейендереү, уҡытыу, ә иң мөһиме матур тәрбиә биреү ҙур хеҙмәт, көс, тырышлыҡ, сығымдар талап итә. Күп ваҡытын балалар баҡсаһында, мәктәптә уҙғарһа ла, төп тәрбиәне бала ғаиләлә ала. Күп осраҡта донъя, оҙон аҡса артынан ҡыуған ата-әсәләр был хаҡта онота. Әсә иңдәрендә бала киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ ятыуын иҫәпкә алып ошондай осрашыу ойошторорға була, ти ауылдың клуб мөдире.
Һәр әсә йәш баланы сихри көстәрҙән ҡурсалауҙы быуындан күсә килгән им-томдар ярҙамында аралай, ауылдың имселәренә мөрәжәғәт итә. Ниғәмәттә лә бар ундайҙар. Әсмә Мырҙағалина ҡатындарға ҡот ҡойоу, башҡа имләү серҙәрен һөйләне.
Замана алға тәгәрәгән һайын балаларҙы һәр төрлө техника, виртуаль донъя ылыҡтыра. Балалар күҙ нурын, ваҡытын алған, мейеһен кәрәкмәгән мәғлүмәт менән тултырған интернет   ҡолона әүерелә. Һөҙөмтәлә мәңгелек ҡиммәттәр юғала. Ошо бәләнән ҡотҡарыу юлдарын да һәр әсә хәстәрләй белергә бурыслы.
Был осрашыу бәләкәй  түңәрәктә үтеүе лә юҡҡа түгел, ти ойоштороусылар. Һәр береһе менән асыҡтан-асыҡ, күҙмә- күҙ әңгәмәләшеү мөмкинлеге булды, һәр әсә-өләсәй үҙенә генә кәрәкле мәғлүмәтте һорап белә алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика