Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында яңы балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк 24.07.2014

Былтыр был маҡсатта  ауылда буш торған  ике ҡатлы бина яңыртыла башланы. Әле бында төҙөлөш-ремонт эштәре аҙағына  яҡынлаша. Тиҙҙән мәктәпкәсә балалар учреждениеһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Беренсе Этҡол ауылында балалар баҡсаһы ошоғаса 1947 йылда һалынған ағас бинала урынлашҡан ине. Ул күптән авария хәлендә тип табыла һәм яңы балалар баҡсаһы төҙөү ауылда оҙаҡ йылдар көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә. 2013 йылда федераль ҡаҙнанан был маҡсатта 7 млн һум аҡса бүленә. Балалар баҡсаһын ауылдың уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы бинаға күсереү, уны тулыһынса ремонтлау буйынса эштәр башлана. Төҙөүселәргә яңы проект буйынса үҙгәртеүҙәр индереүҙән тыш, йылылыҡ, һыу системаһын, канализация үткәреү, электр сымдарын алыштырыу бурысы йөкмәтелә. Яңы балалар баҡсаһы алтмыш балаға иҫәпләнгән. Бөгөнгө көндә бында төп эштәр тамамланған. Әле хеҙмәткәрҙәр мебелдәр урынлаштырыу, бүлмәләрҙе йүнәтеү менән булыша. Беҙҙең өсөн генә түгел, барлыҡ ауыл яңы баҡсаның асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә, ти улар. Матур яҡты бүлмәләр кескәйҙәрҙе ҡаршы алырға әҙер тип әйтергә була. Баҡсала ун биш хеҙмәткәр эшләй. Тәрбиәселәрҙең барыһы ла махсус юғары белемле. 18 йыл балалар баҡсаһын етәкләгән Гөлфиә Хәсәнова әйтеүенсә, ауылда мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны һикһәнгә етә . «Яҙгөл» балалар баҡсаһы ошо көндәрҙә үҙенең ишектәрен асасаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика