Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы халҡы ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерләнә

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы халҡы ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерләнә 06.04.2016

Синоптиктар билдәләүенсә, быйылғы ташҡын башҡа йылдарҙан айырмалы  иртәрәк килә, шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен алдан күреү зарур.  Урында ташҡын ваҡытына махсус ҡотҡарыу бригадалары төҙөлгән, төнгө дежур ҙа ойошторолған.  

Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Гөлниә Илсебаева   яҙғы ташҡындын эҙемтәләрен яҡшы хәтерләй. «Һаҡмар» һыуһаҡлағысы төҙөлгәнсә, ауылды йыш ҡына һыу баҫҡан. Һуңғы йылдарҙа иһә ташҡын арҡаһында зыян килеүе күҙәтелмәй. Шулай ҙа был тәбиғәт ғәрәсәтенә әҙер тороу хәйерле, тигән фекерҙә ул.
Әбделкәримдә алдан уҡ ташҡынға ҡаршы тейешле саралар күрелә, иң хәүефле һаналған гидроҡоролмалар, күперҙәр һәм дамбалар нығытыла, тығын ҡурҡынысы булған урындар белгестәр тарафынан ентекле күҙәтелә. Әбделкәрим ауылында Һаҡмар йылғаһын көйләү һәм һыу запасын туплау өсөн 2005-се йылда һыуһаҡлағыс сафҡа инә. Һаҡмар һыуһаҡлағысы иһә ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә булышлыҡ итә, тип белдерә белгестәр.
Ауыл халҡы араһында аңлатыу эштәре алып барыла, эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ-майлау материалдары запасын тупларға, техниканы әҙер тотоу. Һуңынан боҙ киткәндә, һыу кимәле күтәрелгәндә, һыуһаҡлағыстың, Һаҡмар йылғаһының һәм башҡа төр һыу ятҡылыҡтарының торошона даими контроль булдырыу, кәрәк икән - халыҡты эвакуациялау, медицина ярҙамы күрһәтеү хәстәрләргә, тигән бурыстар ҡуйыла.
Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар, тигән әйтем бар. Белгестәр халыҡты уяу булырға, ташҡын ваҡытындағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен  тулыһынса үтәргә өндәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика