Баймаҡ районының Байыш ауылы уҙған быуаттарға ҡараған ҡурғандары менән күп һанлы ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә 25.07.2015

Әле лә унда планлаштырылған археологик эштәр бара. Улаҡ 1 тип билдәләнгән урында баҡыр быуатҡа ҡараған боронғо ҡәбилә йәшәгәнен иҫбатланы белгестәр.

Баймаҡ районының Байыш ауылы тарихи шәхестәргә генә түгел, шул уҡ ваҡытта тарихи ҡомартҡыларҙы ла һаҡлаған урын. Ауылда табылған ҡурғандарҙы, ҡәлғә-ҡаласыҡтарҙы, башҡа әйберҙәрҙе тарихсыларҙың, архелогтарҙың ныҡлап өйрәнеүе тиҫтә йылдар дауам итә. Тәүге тапҡыр бында фән кешеләре 1993-сө йылда аяҡ баҫа. Байыш ауылы тирәләй 400-гә яҡын иҫтәләлекле һәйкәлдәр бар. Археологик эштәр барышында табылған әйберҙәр беҙҙең быуатҡа тиклем 3 мең йыл элек йәшәгән ҡәбиләғә тура килә тип билдәләй белгестәр. Баҡыр осорона хас булған керамик әйберҙәр, руда эҙләү ҡорамалдары бар. Был осорҙа йорт тирәләй улар күпләп эре мал тотҡанын да асыҡлағандар.  Улаҡ 1 объектын өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы ти ирекмәндәр.
Ҡаҙыныу эштәренә төрлө һөнәр кешеләре йыйылған. Кемдәрҙер ҡаҙа, кемдәрҙер табылғандарҙы ипкә килтерә, кемдәрҙер уларҙың күсермәләрен төшөрөү менән мәшғүл.
Ҡәбилә түңәрәк урынды биләгән, уларҙың йорт, тирмә, мал көткән урындары асыҡ төҫмөрләнә кеүек. Ирәндек ҡурсаулығында тағы ла бер уникаль урын билдәләнгән.  Уны белгестәр Улаҡ 2 тип атаған. Был урын да таштар менән уратып алынған түңәрәк буйлап ҡәбилә йәшәгән тип фарыз итергә мөмкин. Өйрәнеләһе объекттар күп, уларға  күпләп ирекмәндәр ылыҡтырып, финанс ярҙам алыу мөһим буласаҡ.
Рүзилә Вахитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика