Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите матбуғат баҫмаларына күпләп яҙҙырыусы почтальондар араһында конкурс үткәрҙе

Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите матбуғат баҫмаларына күпләп яҙҙырыусы почтальондар араһында конкурс үткәрҙе 10.01.2018

Уҡыусылар һанын арттырған почта бүлексәләре  аҡсалата премиялар менән билдәләнде. Беренсе урын яулаусыға 10 мең һум менән бүләкләнде.

Ишһылыу Сәлих ҡыҙы почта хеҙмәтендә әлегә бер йыл самаһы ғына эшләй. Шуға ҡарамаҫтан гәзит-журнал, хат-хәбәр ташыған ханым һәр ғаилә өсөн яҡын кешегә әйләнгән. Эшенә етди ҡарай , баҫмаларҙы ла һуңлатмай, ваҡытында алып килә,- ти гәзит уҡыусылар уның хаҡында. Егәрле почтальон Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите ойошторған конкурста ҡатнашҡанда ла еңеүҙе түгел, ә ауылдаштарын милли матбуғатҡа күберәк яҙҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Шулай ҙа бәйгелә төбәктең бөтә ауылдары ла  дәррәү ҡатнаша. Ә Таулыҡай почта бүлексәһе  241 дана гәзит  яҙҙыртып  еңеүгә лайыҡ була һәм 10 мең һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Элегерәк ҡыуаныслы хәбәр, алыҫ араларҙан сәләм, яңы мәғлүмәт ташыусы почтальонды һәр йортта көтөп алғандар. Ауылдың абруйлы һөнәр эйәләренең береһе менән аралашып ҡалыу ҙа күптәр өсөн оло ҡыуаныс булған. Тик һуңғы йылдарҙа гәзит-журнал алдырыусылар һирәгәйеп, хат яҙыусылар юғалғандай тойола. Уларға алмашҡа интернет селтәре килде. Әммә почта хеҙмәткәрҙәре  бөгөн дә тырышып  эшләүен дауам итә. Интернетты үҙ итмәгән ололар өсөн  улар әле лә көтөп алынған ҡунаҡ.
Һәр кеше хеҙмәте менән маҡтаулы. Таулыҡай ауылы почта бүлексәһе  ауыл халҡы араһында гәзит-журналдар таратыуҙа иң яҡшыһы тип табылһа, райондың  Темәс, Билал һәм 1-се Этҡол ауылдарында ла был эш яҡшы ҡуйылған. Конкурс йомғаҡтары буйынса улар ҙа  5-әр мең һум аҡса менән бүләкләнде. Ә инде дәртләндереү призы - бер тоҡ иген  Ҡолсора, Ниғәмәт,Ярат, Икенсе Этҡол, Йомаш ауылдары почта булексәләренә тапшырылды. Иң мөһиме төбәк халҡы яратҡан гәзите менән тағы ла бер йылға бергә ҡалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку