Баймаҡ районында япраҡлы һәм һирәк файҙаланылған ағастарҙы, урман ҡалдыҡтарын эшкәртеү йүнәлеше буйынса эшләүсе предприятиелар юҡ кимәлендә

Баймаҡ районында япраҡлы һәм һирәк файҙаланылған ағастарҙы, урман ҡалдыҡтарын эшкәртеү йүнәлеше буйынса эшләүсе предприятиелар юҡ кимәлендә 25.06.2015

Шулай ҙа төбәктә Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһы эшҡыуары Денис Пряничников тиҫтә йылға яҡын күмер етештереү менән шөғөлләнә.

Күмер етештереү цехы мөрйәләренән ҡуйы төтөн бөрккән дүрт мискә, янына өйөлгән утын өйөмдәре һәм мейесте һүндермәй тотҡан бер‐нисә кеше хеҙмәте. Күмер яндырыу өсөн мискәне ике тәүлек буйына туҡтамай яғырға кәрәк. Ошолай уҡ ваҡыт уны һыуытып һүндереүгә сарыф ителә. Тоҡтарға тултырғандан һуң да ул тәүлек самаһы ятырға тейеш. Был ут сығып китмәһен өсөн күрелгән һаҡлыҡ сараһы. Эшселәр даими бер-береһен алыштырып сменалап эшләй.
Күмер етештереүгә тик ҡайын ағасын ҡулланалар, сөнки ул сифаты, ҡыҙыулығы яғынан башҡа ағастарҙан күпкә өҫтөн- ти цех идарасыһы. Был тауарға һорау ҙа ҙур. Көнөнә 3-әр килограмлыҡ 350 тоҡ күмер етештерәләр. Башлыса сит өлкә һәм  ҙур ҡалаларҙан заказдар күп. Шуға ла тауар келәттә оҙаҡ ятмай. Күмәртәләп алыусылар отмай, сөнки урында хаҡтар сауҙалағынан ике‐өс мәртәбәгә арзан. Ҙур ҡалаларҙа иһә унан да юғары.
Эшселәр ошонда уҡ будкаларҙа ятып эшләй. Миҙгеле эш булғанға зарланмайҙар. Яҙҙан алып көҙҙөң һуңғы айҙарынаса тәбиғәттә булыуҙарына ҡәнәғәттәр, эш хаҡы ла ярайһы ғына
Был бизнес яңы эш урындары булдырыуға, урындағы мөмкинселектәрҙе уңайлы файҙаланыу һәм үҙағастан эшлəнгəн продукция кимəлен арттырыуға булышлыҡ итә.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика