Баймаҡ районында урынлашҡан Түбә балалар йортона елле бүләк 28.10.2014

Күптән түгел Санкт-Петербург эшҡыуары Сергей Продовиков етемдәр йортона өр-яңы «Газель-next» автобусын бүләк итте.

Автобуслы булыу - балалар  йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн оло һөйөнөс. Улар хәҙер ун һигеҙ урынлыҡ «Газель-next» менән күмәкләп теләгән ерҙәренә бара ала.  Үҫмерҙәр район һәм республика кимәлендә уҙған төрлө конкурстар һәм спорт ярыштарынан  ситтә ҡалмай, сәйәхәткә сығырға, экскурсияларға йөрөргә лә ярата.
Баймаҡта тыуып үҫкән эшҡыуар балалар йортона даими ярҙам итеп торһа ла,  үҙенә артыҡ иғтибар булыуын өнәмәй. Бүләктәрен дә ҙур танатаналар уҙғармай, тауыш-тынһыҙ һәм артыҡ кешеһеҙ  тапшырыуҙы хуп күрә. Үҙ сиратында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре уны  рәхмәт хаттары,  үҙҙәре ижад иткән картинаһы менән шатландырған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика