Баймаҡ районында тағы ла бер иман йорто сафҡа инде

Баймаҡ районында тағы ла бер иман йорто сафҡа инде 06.11.2015

Ошо  көндөрҙә  Ғәҙелбай ауылында мәсет асыу тантанаһы уҙҙы. Ул районда 61-се  иман йорто.

80 йылдан һуң Ғәҙелбай ауылына иман йортоноң  кире ҡайтыуы - ҙур ваҡиға.  Күмәкләгән  - яу ҡайтарған, тигәндәй, бағымсылар, ауылдаштар ярҙамы менән  5 ай   эсендә мәсет  сафҡа индерелә.  Иман йортоноң урынында алдан уйлап эш итә.  Мәсет ултырған нигеҙҙә, элек  мулла йорто  булған.
Ошоға тиклем  ауыл  халҡы  йома намаҙына,  ғәйет байрамдарына   Беренсе Этҡолдың мәсетенә  йөрөгән, шуға ла  ауылда  иман йорто  асыуҙы   урындағылар  түҙемһеҙлек менән көтөп ала.  
Ямғыр яуып, көндөң һыуытып тороуона ҡарамаҫтан бар ауыл халҡы мәсеткә ағылды,  шулай уҡ   Ғәҙелбайҙарҙың  ҡыуанысын уртаҡлашырға Йылайыр районының имам-мөхтәсибе Йәғәфәр хәҙрәт Үтәшев   һәм күрше ауыл мәсеттәренән имам-хатибтар ҙа  килгәйне
Тантаналы сара уңайынан ауылдаштар ҡорбанға тип һигеҙ  һарыҡ та салды. Мәсет булған ерҙә - иман да булыр, ти  боронғолар. Киләсәктә лә мәсет  халыҡҡа иман нуры таратып, күңелдәргә  сафлыҡ ѳҫтәп, тик яҡшылыҡҡа, изгелеккә генә ѳндәп эшләһен. Тағы ла  ошондай иман йорто  Әбдрәхмән,  Өмөтбай ауылдарында ла  үҙ ишектәрен асасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку