Баймаҡ районында  «Ислам экстремизмға ҡаршы»  исеме астында  спорт-патриотик слет тамамланды 26.08.2015

Уның эшенә республика башлығы эргәһендәге конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Башҡортостан мосолмандары Диниә  назаратының  йәштәр бүлеге етәкселек итте.  

Экстремистик хәрәкәттәргә ҡаршы тороу, был тәңгәлдә йәштәргә дөрөҫ дини тәрбиә биреү , барлыҡ көстө сәләмәт тормош алып барыуға, спортҡа  йүнәлтеү Баймаҡта уҙған ете көнлөк слеттың маҡсаты булды. Хәбәр итеүебеҙсә, йыйындың ниәте изге һәм унда ҡатнашыусыларҙың сафы ла абруйлы булды. Көньяҡ төбәктәрҙән тыш, Өфө , Мәскәү вәкилдәре, Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә үҙҙәрен танытҡан спортсылар, көрәшселәр исеме генә ошо хаҡта һөйләй. Көн тәртибе көндәлек күнекмәләр, оҫталыҡ дәрестәре менән үтһә, шулай уҡ дин юлындағы йәштәргә уҡыуҙар ҙа ойошторолдо. Баймаҡ слетында Мәскәү вәкилдәре, башлыса Тархан клубы спортсылары әүҙем ҡатнашты. Улар барлығы  ун биш кеше килгәйне.
Сараны ябыу тантанаһында Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан башлығы эргәһендәге дәүләт конфессия мөнәсәбәттәре советы рәйесе Вячеслав Пятков, Баймак районы хакимиәте башлығы һәм ҡатнашыусыларға почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Слеттың әһәмиәтен унда ҡатнашыусыларҙың фекере асыҡ сағылдыра. Йәштәр ислам экстремизмына ҡаршы һәм һәр эштә лә изге уйлы, бер максатлы булып йәшәү зарур тигән уйҙа. Исламда элек-электән әхләҡ, тәрбиә мәсьәләһе, сәләмәт тормош рәүешен яҡлау унын төп нигеҙе булған. Бөгөнгә йәштәрҙең күбеһе  ошо юлдан тайпылмаҫҡа саҡыра.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика