Баймаҡ районында үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына конкурс-фестивале старт алды

Баймаҡ районында үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына конкурс-фестивале старт алды 29.01.2015

Әле уның тәүге этабы ауыл биләмәләрендә уҙа.

Райондың төҙөк, күркәм мәҙәниәт йорттарының береһе Сыңғыҙ  клубына Таулыҡай ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан таланттар йыйылды. Был ауылдарҙа Баймаҡтың иҫ киткес һәләтле аҫыл гәүһәрҙәре йәшәй тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Шуға күрә мәҙәни бәйгеләр, байрамдар был төбәктә юғары кимәлдә үтә.  
Был юлы ла конкурста йәшенән алып олоһона ҡәҙәр ҡатнашырға теләк белдерә.  Сөнки был беренсенән һәләтеңде күрһәтеү мөмкинлеге, икенсенән ауылдаштарҙы берләштергән сарала ҡатнашыу.
Быйылғы смотр-фестиваль Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арналасаҡ.  Ваҡыт барыһын да дауаларға тырышһа ла, һуғыш геройҙары, атай-олатайҙарҙың батырлығын халыҡ онотмай. Шуға ла тема барыһына ла яҡын. Йыр-бейеүҙәр ҙә патриотик рух менән күңелдә һуғарылған булырға тейеш.
Баһалама жюри ағзаларына ауылдар ун алты концерт номерын тәҡдим итте. Уларҙың лайыҡлылары Еңеү көнөндә Баймаҡ ҡалаһында уҙасаҡ Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку